Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов эш сәфәре менән Силәбелә булып, республикабыҙҙың ошо өлкәләге даими вәкиллегендә Амур Хәбибуллин менән осрашты.
— Өлкәләге даими вәкиллек ике яҡлы хеҙмәттәшлекте үҫтереү йәһәтенән, шул иҫәптән интеграциялы берекмәләр өлкәһендә һөҙөмтәле эш алып бара, — тип билдәләне Борис Мелкоедов.
Был көндә Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы начальнигы Рифат Әбдрәшитов һәм өлкә губернаторының матбуғат секретары Олег Гришанков менән дә осрашыу булды. Унда төбәк-ара хеҙмәттәшлекте нығытыу, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендәге партнерлыҡты киңәйтеү мөмкинлектәре тикшерелде, шулай уҡ Учалы районы һәм Мейәс ҡалаһының, башҡа күрше муниципалитеттарҙың үҙ-ара бәйләнеш мәсьәләләре күтәрелде.