Ошо көндәрҙә “Өфө — Аэропорт” юлындағы асфальтты алмаштырыу буйынса эш башланды. Ул подрядсы иҫәбенә башҡарыла.
Журналистар менән осрашыуҙа трассаның торошо тураһында республика Президенты Рөстәм Хәмитов былай тигәйне:
— Аэропортҡа барғанда, юлдың уң яғы тәртиптә, ә бына һул яҡта етешһеҙлектәр байтаҡ. Төҙөүселәр юл япмаһын нормативҡа ярашлы һалмаған.
Ә бит асфальт күптән түгел генә түшәлгәйне, әммә, тикшереү күрһәтеүенсә, ул талапҡа яуап бирмәй. Шуға яңынан һалына. Эштең күп өлөшө кис һәм төндә башҡарыласаҡ.