Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә республика Президенты Рөстәм Хәмитов, төбәктә ташҡындың икенсе тулҡыны көтмәгәндә булды, белгестәр быны күҙаллай алманы, тип билдәләне.
— Гидрометеорологтар ҙа, һыу хеҙмәте лә республика халҡына, власть органдарына ташҡындың икенсе тулҡыны тураһында ваҡытында хәбәр итмәне, — тине Рөстәм Хәмитов. — Бер нисә ауылды, юлдарҙы һыу баҫты, кешеләр быға тейешенсә әҙерләнә алманы. Республикабыҙ өсөн хәл әллә ни ҡатмарлы булмаһа ла, ташҡынды күҙаллау буйынса эш насар башҡарылды.
Башҡортостан Башлығы Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиевкә киләсәктә әҙерлекте юғары кимәлдә алып барырға ҡушты.
Ташҡындың эҙемтәләрен бөтөрөү йәһәтенән гидротехник ҡоролмаларҙың, күперҙәрҙең торошон баһалау, нығытыу, йылға үҙәндәрен таҙартыу, тәрәнәйтеү, торлаҡ кварталдар эргәһендә дамбалар яһау күҙаллана.