Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙме?14.05.2014
Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға  әҙербеҙме?
Илдең Төбәктәр үҫеше министрлығы, Рәсәй Инженерҙар союзы, Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса федераль агентлыҡ, Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеген күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты төҙөгән илдәге иң яҡшы ҡала мөхите буйынса рейтингта Өфө 2012 йылда унынсы урынды биләгән. Былтыр Санкт-Петербург Урбанистика институты рейтингында ул йәшәү уңайлылығы буйынса Рәсәйҙең йөҙ ҡалаһы араһында икенсе урынға сыҡҡан. Өфө үҙенә бирелгән был баһаны бөгөн аҡлаймы? Етмәһә, 2015 йылда БРИКС һәм Шанхай хеҙмәттәшлеге ойошмалары саммиттары ойоштороласаҡ. Мәртәбәле ҡунаҡтарҙы ҡаршыларға әҙербеҙме?

Ошо һорауҙарға яуап эҙләп ҡала буйлап сыҡтыҡ. Ай-һай, Өфөлә буяу-ремонт күрмәгән әллә күпме йорт бар икән! Әйтерһең дә, боронғо бәләкәй генә ауылдар күсеп ултырған. Ошондай урамдар, йорттар исемлеген яҙа башлаһаң, хатта ҡағыҙ бите етмәҫ кеүек тойола. Баш ҡалала йәшәүе уңайлы тип тә әйтеп булмай. Мәҫәлән, кескәйҙәр кинәнеп уйнарлыҡ шәп майҙансыҡтар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.
Бынан тыш, Өфөлә 20 мең гектар урман бар. Әммә мәртәбәле ҡунаҡтарға күрһәтерлек йүнле парк юҡ тиерлек. Уларҙа ағастар тәрбиәләнмәй, саф һауа һулап, рәхәтләнеп йөрөр өсөн йүнле юлдар юҡ. Спорт менән шөғөлләнеү тураһында әйтеп тораһы ла түгел.
Салауат Юлаев проспекты һәм Менделеев урамы араһында урынлашҡан Урмансылар паркы 100 гектар ерҙе биләй. Хоҙайҙың был байлығының ҡәҙерен белергә ине лә бит... Юҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында ҡартайған, серек ағастар күп, матур юлдар юҡ, ҡайҙа ҡарама – сүп-сар. Вольерҙағы айыу, бүре кеүек йыртҡыс йәнлектәр ҙә батыр түгел, бахыр хәленә төшкән...
...Беҙ паркка барғанда ямғыр һибәләй ине. Әйтерһең дә, Тәбиғәт-Әсә үҙе беҙҙән, кешеләрҙән, балаларын ҡурсалауҙы ялбарып һорай. Тирә-яғыбыҙҙы матур, таҙа тотоу һәммәбеҙҙең ҡулынан килә — теләк кенә булһын.


Вернуться назад