БАЛЫҠСЫ ДӘРЕСТӘРЕ13.05.2014
БАЛЫҠСЫ ДӘРЕСТӘРЕ
Көндөң нисек тороуына ҡарамаҫтан, һәр балыҡсы табыш менән ҡайтырына ышана. Уларҙың иғтибарына тәжрибәле кешеләрҙең кәңәштәрен, һынамыштарын еткерергә булдыҡ.


Ҡасан нисек ҡаба?
Иң тәүҙә шуны әйтеп үтәйек: ай тулғанда балыҡ яҡшы ҡапмай. Елдең ҡайһы яҡтан иҫеүенең дә әһәмиәте ҙур. Ғәҙәттә, уның йүнәлеше көнбайыштан көнсығышҡа табан булһа, табышҡа өмөт итергә мөмкин. Башҡаларҙан айырмалы, ҡорман ғына елгә ҡарамай. Балыҡ тотоу өсөн иң ҡулай мәл — аяҙ, тымыҡ, һалҡын, томанлы иртә.

Баҫым йоғонтоһонда
Балыҡсыларҙың күпселеге фекеренсә, табыштың аҙлығы атмосфера баҫымының түбәнәйеүенә бәйле. Үтә һиҙгер шул был йән эйәләре! Улар өсөн дә баҫымдың бер тигеҙ кимәлдә һаҡланыуы һәйбәт. Түбәнәйеү иһә айырыуса туҡланыуға насар йоғонто яһай.

Урын һайлау
Тәүге тапҡыр ҡармаҡ тотоп, таныш булмаған һыу буйына килгән кешене бер уй борсой: балыҡ тотоу өсөн ниндәй урынды һайларға? Һинән алда йылым йә ау һалып булашҡандар икән, ул ерҙән күсеүең хәйерле: балыҡ барыбер күп эләкмәйәсәк.
Асыҡ һыуҙа балыҡ тәрәнерәк, күләгәлерәк ерҙе үҙ итә, яр ситендә ҡамыш булһа, шунда йәшенә. Эҫе мәлдәрҙә лә ҡояш төшмәгән ергә, тамыр араһына йыйыла. Табышты шулай уҡ шаршы аҫтындағы тәрән урындан эҙләү хәйерле. Эре балыҡтар, ғәҙәттә, йығылған ағастар араһына йыйыла.


Вернуться назад