Йыланбалыҡ13.05.2014
Йыланбалыҡ Диңгеҙҙә үҫемлектәргә оҡшаш хайуандар бихисап. Улар, нигеҙҙә, умыртҡа һөйәкһеҙҙәргә ҡарай. Ихтиологтар улар йыйылған урынды “йыланбалыҡтар баҡсаһы” тип йөрөтә. Унда йыланбалыҡтар ғаиләһенә ҡараусылар йәшәй. Ҡыҙыл диңгеҙҙәге йыланбалыҡтарҙың оҙонлоғо яҡынса 80 сантиметрға етә. Улар ялҡау, йөҙмәй тиерлек. Ҡомда ҡойроҡтары менән оя яһап, шунда күмеләләр, тик баштары һәм кәүҙәләренең бер өлөшө һерәйеп тора. Саҡ ҡына ҡурҡыныс тыуыу менән ҡомға тотош күмеләләр. Ҡойроҡтары бик көслө, сөнки йәһәт кенә күмелеү өсөн байтаҡ хәл кәрәк. Ялҡау йыланбалыҡ колониялары йыш ҡына бер нисә йөҙ затҡа етә. Шуға ҡарамаҫтан, үләнгә оҡшап тороуҙары улар өсөн бик ҡулай – яндарынан үтеп барған ваҡ балыҡтарға һәм планктонға көтмәгәндә һөжүм итәләр.


Вернуться назад