Крокодил балыҡ13.05.2014
Крокодил  балыҡ Был балыҡ шәфҡәтлеләр рәтенә ҡараһа ла, арҡаһынан һыйпарға ярамай, сөнки ҡанаттары ағыулы ҡылсыҡ менән ҡапланған. Тәне оҙонса, йәйпәк, тешле аллигаторҙы хәтерләтә. Оҙонлоғо бер метрға етә. Бик тыныс та, кешенән ҡурҡмай. Көн буйы табышын көтөп, һыу төбөндә ята. Уны Көньяҡ-Көнсығыш Азия, Австралия ярҙарының мәрйен рифтарында, Һинд океанында һәм Ҡыҙыл диңгеҙҙә осратырға мөмкин. Бик тәрәндә йәшәмәгәнлектән, крокодил балыҡ менән хатта һәүәҫкәр аквалангистар ҙа таныша ала.


Вернуться назад