Йүрүҙән ажауы13.05.2014
Йүрүҙән ажауы
Оло Ҡыҙыл буйында үҫтем мин. Беҙ бәләкәй саҡта ағастар ҙа бейегерәк, һыу ҙа тәрәнерәк ине. Бер мәл, ҡустыларыма эйәреп, миндә лә балыҡ тотоу ҡомары уянды. Улар һөйәк-фәлән, сепрәк-маҙарҙы Ғәйнан бабайға алып барып тапшыра ла алмашҡа ҡармаҡ ала.

Өсөнсө класты тамамлаған йәйҙә бер көн үҙҙәренән ҡасып ҡына йылға буйына киттем. Юҡһа ҡармаҡтарын бигүк биреп бармайҙар. Текәрәк яр башына ултырып, ҡармағымды емләп, муйыл һуйылды һыуға һелтәп, көтә башланым. Ни өсөндөр балыҡ ҡабырға ашыҡманы. Ыҙалай торғас, өс бөртөк ҡыҙылғанат тоттом. Ҡайтҡы ла килмәй, ояты ни тора! Балыҡсы, имеш... Бәхетемә, йылға буйына инде мәктәпте тамамлаясаҡ ике туған Морат ағайым килеп сыҡты: “Ҡана, тотошоп бирәйем”.
Ҡулыма тиҫтәнән ашыу балыҡты эләктереп, иңемә ҡармаҡ сыбығын һалып, кискә ҡарай фырт ҡына өйгә ҡайтып индем. Атай-әсәйем, ҡустыларым: “О-һо!” – тип һоҡланышты. “Үҙең тоттоңмо?” – тинеләр. “Морат ағай ярҙам итте”, – тиһәм дә, баһам түбәнәйеп китмәне.
Ошо ваҡиға гел күңелемде йылытып тора. Әле лә балыҡ ҡармаҡларға яратам. Иҫ киткес шәп профессионал түгелмен инде, әммә уңайы сыҡҡанда шулай ял итеп ләззәтләнеп алам. Хатта был өлкәлә бәләкәй генә бер уңышым да бар.
Һуңғы йылдарҙа 14 июнде – Матбуғат көнөн – тәбиғәт ҡосағында һабантуй рәүешендә үткәреү йолаға әйләнде. 2011 йылда Салауат батыр төйәгендә – йәмле Йүрүҙән буйында – уҙҙы ул. Алдан уҡ программаны ҡарап, ярыштар араһында балыҡ тотоу ҙа буласағын белгәйнек. Әҙерләнеп барҙыҡ.
Ҡатнашыусылар исемлеген төҙөгән ерҙә гел ир-егет. Яуаплы кеше – Балтастан бер ағай. Үҙемде яҙҙырғанда улар мине шаяртып, мәрәкәләп бөтә алманы. Бөтәһе был эшкә өс сәғәттәй ваҡыт бирҙеләр. Төрлөбөҙ төрлө яҡҡа таралыштыҡ.
Тәүҙә балыҡ эләкмәне. Ямғыр селәүсенен ташлап, кемдер түгеп киткән макаронға тотоп ҡараным. Ҡаба башланы ла тағы туҡтаны. Артабан ул йылда бөтә ерҙе баҫып алған аҡ күбәләктәрҙе аулап, шуны емләнем. Оһо, бәхет бар икән, сиртә бит! Күбәләккә байтаҡ балыҡ, шул иҫәптән ҙур ғына ажау ҙа эләкте.
Көндөң уҙғаны һиҙелмәй ҙә ҡалды. Һөйләшкән урында йыйылырға ла ваҡыт. Барыуыма жюри рәйесе бер таҡтала рәткә балыҡтарҙы теҙгән. Мине күреп, һал ошонда иң ҙур балығыңды, тине. Мин еңеүсене табыштың дөйөм ауырлығына ҡарап билдәләрҙәр тиһәм, түгел икән. Теге ажауҙы сығарып һалыуым булды, ир-егеттәр, һин еңдең инде, тип ҡул һелтәп, таралыша башланы. Мин уңышыма ышанмай аңшайып торҙом да ҡалдым.
Иң ҡыҙығы аҙаҡ булды. Конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Өсөнсө һәм икенсе урынды яулаған Тәтешле менән Әбйәлил район гәзиттәренең баш мөхәррирҙәре сәхнәгә сығып бүләктәрен алды. Министр урынбаҫары инде миңә тигән дипломды уҡый башланы. Фамилиямды өс тапҡыр атаны, өсөһөндә лә уны “Бүләкбаев” тине. Күрәһең, ҡатын-ҡыҙ балыҡсы була тип башына ла килтермәгәндер. Түҙмәй урынымдан ҡуҙғалдым. Бөтә ялан шарҡылдап көлөп, сәпәкәй итте.
Шулай күбәләккә эләккән ажау еңеү килтерҙе. Кискеһен тотҡан балыҡтарыбыҙҙан барбекю әҙерләнек. Был ризыҡ миңә айырыуса тәмле булып тойолдо...


Вернуться назад