Табан балыҡ ифрат тиҫкәре, тотороҡһоҙ: ул кисә генә һәйбәт эләккән урындан бөгөн буш ҡул менән ҡайтыуың ихтимал. Көн дауамында төрлө емгә ҡаба — әҙерләнеп барырға кәрәк.
Беҙҙә табан балыҡтың ике төрө билдәле: һары ғәҙәти һәм көмөш табан. Ҡытайҙар алтын төҫөндәге өсөнсөһөн дә булдырған, ул тик аквариумдарҙа йәшәй.
Табан балыҡ Башҡортостанда киң таралған. Уның оҙонлоғо — 60 сантиметрға, ауырлығы 8 килограмға етә. Иң ҙурҙары төбәгебеҙҙең көньяҡ-көнсығышындағы күлдәрҙә айырыуса күп.
Йәшәү өсөн төбө ағас ботаҡтары, ләм менән ҡапланған ҡамышлы урынды һайлай табан балығы. Йылғаларҙың да тымығыраҡ урынын үҙ итә. Төҫө һыуға бәйле үҙгәреп тороусан. Һауа етешмәүгә әллә ни бирешмәй: ҡыш йоҡлағанда ләмгә күмелеп ята, йәйге эҫелә лә үҙен яҡшы тоя.
Табан балыҡ ашауға ифрат талымһыҙ. Һыу төбөндәге ылымыҡ менән туҡланғанлыҡтан, ашҡаҙаны һәр ваҡыт ҡара-йәшел төҫтә була. Шулай уҡ төрлө бөжәк, ҡарышлауыҡ, селәүсен менән һыйлана.
Был балыҡты ҡайҙан эҙләргә һуң? Ҡыш һалҡын булғанлыҡтан, беҙҙә яҙғыһын ҡалын боҙ аҫтынан тоторға мөмкин. Ләкин унан күбеһенсә көмөш төҫөндәге табандар эләгер. Шуға күрә боҙҙоң киткәнен көтөп, һыу бер аҙ йылынғас ҡына ҡармаҡ һалырға кәрәк. Ҡышҡы йоҡонан асығып уянған балыҡтар был мәлдә көс йыйыр өсөн ем эҙләргә сыға. Уларҙың иң шәп эләккән ваҡыты май, июнь, июль айҙарына тура килә. Был осорҙа табанды һәр быуа-күлдә тоторға мөмкин. Улар кис көтөү-көтөү булып һыуҙың өҫтөндә лә йөҙөп йөрөүсән. Эреләре генә төптән сығырға ашыҡмай.
Табан балығын күберәк ҡалҡыуыслы ҡармаҡҡа тоталар. Емһалғысҡа төрлө аҙыҡ тултырып, ярҙан алыҫҡа ташлау ысулы ла үҙен аҡлай. Шулай ҙа иң уңайлыһы — биш-алты метр оҙонлоҡтағы ҡармаҡ сыбығын ҡулланыу. Томбойоҡло урындарҙа ҡалҡыуыс менән батырғыстың ҙурырағын алырға кәрәк. Ҡармаҡ ебе һыу төҫөндә булырға тейеш. Ел-дауыл мәлендә табандар ышыҡ урындарға йыйылыусан. Эҫе көндәрҙә иһә ҡармаҡты төпкәрәк ташлау табыш килтерер.
Көҙгә сиртеү бер аҙ һүрелә, балыҡтар бүрттерелгән бойҙайға, икмәк йомшағына ла ҡаба, шул уҡ ваҡытта алдына һалынған емгә иғтибар ҙа итмәй башлауы ихтимал.
Әйткәндәй, һыу ярайһы уҡ йылынғас, табандар яр буйындағы ҡамышлыҡҡа, үләндәр араһына ынтыла. Тимәк, ыуылдырыҡ сәсеү мәле етте тигән һүҙ. Улар сама менән 300 мең йәш балыҡҡа ғүмер бирә. Был осорҙа һыу 15 — 18 градус йылылыҡта торорға тейеш.
Табан — ифрат ныҡ, сыҙамлы балыҡ. Кәрзингә дымлы үлән менән ҡаплап һалып ҡуйһаң, көнө буйы үлмәй ята. Шуға күрә лә ул Башҡортостандың балыҡсылыҡ хужалыҡтарында күп үрсетелә. Һурпа әҙерләүгә бармай, ҡыҙҙырып ашайҙар — ныҡ тәмле була.
Табанды "балыҡтарҙың эталоны" тип атаһаҡ та хата булмаҫ, сөнки күптәр балыҡ һүрәтен уға оҡшатып төшөрә.