3-сө дәрес
“Автомагистраль”. 5.1 билдәһе ҡуйылған, һәр йүнәлешкә айырым һыҙаты булған юл автомагистраль тип атала. Унда Рәсәйҙә автомагистралдәргә ҡарата билдәләнгән талаптар үтәлергә тейеш.
Бер тигеҙлектәге бүтән юлдар, тимер юл һәм трамвай юлы киҫешкән, йәйәүлеләр сыға, велосипедта йөрөй торған урындар булһа, ул автомагистраль тип аталмай. Беҙҙең республикала автомагистралдәр юҡ.
5.2 Автомагистралдең тамамланыуы.
“Водитель”. Беҙ автомобиль йөрөткән кешене генә водитель тип атарға күнеккәнбеҙ. Ғәмәлдә көтөү көткән кеше лә водителдәр рәтенә ҡуйыла. Әгәр юлда малға бәйле авария булһа, көтөүсе яуап бирә. Көтөүҙән тыш йөрөгән мал өсөн хужаһы яуаплы.
Көндөҙ йөрөү уты. Тәүлектең яҡты мәлендә транспорт сараларын алдан күреүҙе яҡшыртыу өсөн ҡуйылған яҡтыртыу приборҙары шулай атала.
а) “Халыҡ йәшәй торған урын” билдәһе (5.23.1 – 5.23.1) аҡ төҫтә булһа, унда кеше йәшәгән урындағы ҡағиҙәләр ҡулланыла.
б) “Халыҡ йәшәй торған урын” (5.25-5.26) зәңгәр төҫтә булһа, унда халыҡ йәшәмәгән урындағы юл йөрөү ҡағиҙәләре ҡулланыла.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 8.9 пунктына ярашлы, транспорт сараларының юлдары киҫешеп, уларҙың сираты хаҡында ҡағиҙәлә билдәләнмәһә, водитель уң яҡтан килгән машинаға юл бирергә тейеш.
Был талапты үтәмәгән өсөн иҫкәртеү яһайҙар йәки 500 һум штраф түләтәләр (Рәсәйҙең Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексы, 12.14-се статья, 2-се өлөш).
Һорау: 1. Әгәр водитель маршрут транспорты йөрөй торған махсус юлдан барһа йәки шунда туҡтап торһа, бының өсөн ниндәй административ яуаплылыҡ ҡаралған?
2. Әгәр водитель автомобилен инвалидтар өсөн билдәләнгән урынға ҡуйһа, ниндәй административ яуаплылыҡ ҡаралған?
Дөрөҫ яуап биргәндәргә автомәктәптә арзаныраҡ хаҡҡа уҡыу рөхсәт ителә.
2-се дәрес һорауының яуабы:
Әгәр штрафты ваҡытында түләмәһәң, уны икеләтә арттырып ҡайтараһың йә 15 тәүлеккә иркеңдән мәхрүм итәсәктәр. 50 сәғәт мәжбүри эшкә йәлеп итеүҙәре лә ихтимал.
Рубриканы Хәлим ӘЙҮПОВ
алып бара.
(Дауамы. Башы 5 март, 11 апрель һандарында).