Батыр ҡыҙҙар хаҡында19.01.2012
Роза Киләева ғүмер буйы Миәкә урта мәктәбендә география фәненән белем бирҙе. Үҙ һөнәренә ғашиҡ, абруйлы уҡытыусы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы менән айырылып торҙо. Уҡыусылар менән районыбыҙҙың ер-һыу атамаларын, тәбиғәтен, тарихын өйрәнделәр, ғилми эштәр яҙҙылар. Каникулдарҙа герой ҡалаларҙа булып, яугир яҡташтарыбыҙ хаҡында мәғлүмәт йыйҙылар.
Хаҡлы ялға сыҡҡас, Роза Ҡасим ҡыҙын мәктәп музейы мөдире итеп ҡуйҙылар. Йәштән эҙләнеүҙәр, тарих менән мауыҡҡан мәғариф ветераны музейҙы бай итеп йыһазландырҙы. Шул ижади табыштар һөҙөмтәһендә күптән түгел уның “Һуғыш ҡатын-ҡыҙҙар өсөн түгел” тигән китабы донъя күрҙе.
Баҫмала Бөйөк Ватан һуғышында батырлыҡ күрһәткән яҡташтарыбыҙ тураһында бай мәғлүмәт бирелгән, республика һәм районыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙарының Сталинград өсөн барған һуғыштағы батырлығы киң яҡтыртылған. 1942 йылда “Комсомол — фронтҡа” тигән саҡырыу булғас, 3400 кеше, йәғни ун һигеҙ–ун туғыҙ йәшлек ҡыҙҙар, Сталинградҡа оҙатыла. Шуларҙың 43-ө — Миәкәнән. Яугир яҡташтарыбыҙҙың батырлығы тураһында уҡығанда, ҡулға ҡуҙлы күмер тотоп алғандай булаһың. Егерме йәшлек Гөлшат Ғәлиева ҡаһармандарса һәләк була, күҙәтеүсе Зәйтүнә Әлбаева далала фашистар менән күҙмә-күҙ осраша. Әммә ҡыйыу ҡыҙ баҙап ҡалмай: дошмандарҙы автоматтан ҡырып һала, үкенескә ҡаршы, алышта үҙе лә һәләк була. Бөгөн ул ерҙә, Ҡалмығстандың Сарпин районы Садовое ауылында, мәрмәрҙән мөһабәт һәйкәл ҡуйылған.
Роза Киләеваның был китабы — тынғыһыҙ хеҙмәт һәм эҙләнеүҙәр емеше. Йәш быуында Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүҙә уның әһәмиәте бик ҙур.
Ким САДИҠОВ,
мәғариф ветераны.
Миәкә районы.


Вернуться назад