Онотола яҙған тарих13.05.2014
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Беренсе донъя һуғышы башланыуға 100 йыл тулыуға арналған саралар буйынса ойоштороу комитетының беренсе ултырышы үткәрелде.

– Совет дәреслектәрендә Рәсәйҙең Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыуына бер нисә бит кенә арнайҙар ине, – тине республика парламенты етәксеһе, ойоштороу комитеты рәйесе Константин Толкачев. – Бының сәбәптәре, әлбиттә, идеологик ҡарашҡа барып тоташа.
Ултырышта билдәләүҙәренсә, был һуғышта Рәсәйҙең Германия алдында, йәғни Антантанан еңелгән ил файҙаһына, капитуляция яһауы бер хәл, иң мөһиме – беҙҙең илде ошо Антанта менән бергә еңеү һөҙөмтәләрен бүлешеүҙән дә мәхрүм иткәндәр. Президент Владимир Путин был хәлде “ул саҡтағы ил етәкселегенең оло милли хыянаты” тип атаны.
Рәсәйҙең Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыуы 1812 йылғы Ватан һуғышы менән сағыштырып булмаҫлыҡ дәрәжәлә киңерәк һәм көслөрәк булған. Ләкин был дәһшәтле ваҡиғаларҙың икенсеһе тураһында беҙ күпте белһәк, уның буйынса байтаҡ ғилми тикшеренеү ҙә үткәрелһә, тәүгеһе хаҡында мәғлүмәт бик аҙ.
– Совет заманында уны империалистик һуғыш, революция башланыр алдынан булған ваҡиға тип кенә атанылар, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова.
Башҡортостандан да был ҙур бәрелештә күп кеше ҡатнашҡан, ләкин уларҙың беҙгә килеп еткән иҫтәлектәре юҡ дәрәжәһендә. Ойоштороу комитеты ағзалары был батырҙар иҫәбендә Бәләбәйҙән генерал Рауил Сыртлановты хәтергә төшөрҙө.
Юбилейға арнап байтаҡ саралар үткәреү планлаштырыла. Улар араһында ғилми-ғәмәли конференциялар, студенттарҙың тарих буйынса олимпиадаһы, мәктәп балалары ҡатнашасаҡ конкурстар, тарихсы ғалимдарҙың лекциялары, ошо темаға арналған төрлө китаптар нәшер итеү, ватансылыҡ рухындағы спектаклдәр һәм концерттар күрһәтеү һәм башҡалар бар. Хатта Башҡортостандың Беренсе донъя һуғышында башын һалған яугирҙәре хөрмәтенә һәйкәлдең гранит нигеҙен һалыу тантанаһы ла буласаҡ. Күргәҙмәләрҙең береһенең “Онотолған һуғыш” тип аталыуы оло мәғәнәгә эйә. Матбуғат баҫмаларында ла был ваҡиғаны киң яҡтыртыу күҙ уңында тотола.


Вернуться назад