Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын байрам көндәрендә һәр ерҙә тәбрикләйҙәр. Башҡортостандың Милли музейында ла яугирҙәр һәм тыл эшсәндәре менән осрашыу күптән матур йолаға әүерелгән. Был юлы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағындағы һәм Башҡортостандың урта махсуслаштырылған музыка колледждары студенттары, “Прометей” үҫмерҙәр клубы тәрбиәләнеүселәре менән осраштылар. Һөйләшеү фронт йырҙарына арналды. Йәштәр уларҙың һуғыш йылдарында популяр булғандарын башҡарҙы.
— Һалдаттар яуға кергәндә лә, ҡыҫҡа ғына ял мәлендә лә йыр һуҙған. Ул осор моңдары йөрәктең иң нескә ҡылдарын сиртә, күңел түренә үтеп инә, — тип һөйләне Милли музейҙың экскурсиялар бүлеге мөдире Мәсҡүҙә Әсәҙуллина.
Сараға килгән Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре Сабир Йыһаншин, Казбек Булгаков, Хәсән Хөснөризалов йәшлек йылдарына йәнә әйләнеп ҡайтҡандай булды. Осрашыуҙан һуң ветерандар хәтирәләре менән уртаҡлашты, музей фондындағы фото һәм документтарҙы ҡарап сыҡты.
Ишектәр һәр саҡ асыҡ Өфөнөң Дим биҫтәһендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейынан кеше өҙөлмәй. Байрам мәлендә бында көн дә 150-ләп кеше килә.
Ошо көндәрҙә музейҙа осрашыуға ла халыҡ күп йыйылды. Бындай сараны йыл да үткәрәләр. Ветерандар, уларҙың балалары дивизияның данлыҡлы тарихын, яу яланында ятып ҡалған яугирҙәрҙе, еңеү яулап Тыуған иленә ҡайтҡандарҙы иҫкә ала. Был юлы дивизияның хәрби прокуроры Афзал Ғилметдиновтың ҡыҙы Светлана Шаһиева сараға килгән уҡыусыларға атаһы хаҡында һөйләне.
Музей хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарға дивизия тураһында төшөрөлгән фильмдарҙы күрһәтте, “Музейҙан хат” тигән акция ойошторҙо. Бар эшмәкәрлеген үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләүгә бағышлаған музей байрам көндәрендә бүләккә лә лайыҡ булған: “Изгелек” хәйриә фонды хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтеү өсөн ике компьютер бүләк иткән.