Өфөлә йәшәгән башҡорт егете Рәшит Кәримовҡа, Афған һуғышынан һуң 26 йыл үткәс, “Хәрби хеҙмәттәре өсөн” миҙалы тапшырылды. Яугир-интернационалисты Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы Хәтип Богданов бүләкләне, шулай уҡ республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов ҡотланы.
Уҙған быуаттың 80-се йылдарында сержант Рәшит Кәримов разведка ротаһының отделениеһына етәкселек итә. Уларға дошмандың тупланыу урындарын асыҡлау бурысы ҡуйыла. Яугирҙәр ҡаршы яҡ ғәскәрҙең һанын, техник мөмкинлектәрен махсус элемтә аша тапшыра.
— Командир булараҡ миңә яугирҙәрҙе һаҡлап ҡалыу бурысы йөкмәтелде. Етәкселек ҡуйған заданиены ла тулыһынса үтәргә тейеш инек, — тип хәтерләй Рәшит Кәримов. Әле ул республиканың Физик тәрбиә һәм Олимпия резервын әҙерләү идаралығына етәкселек итә.