Быйыл мартта көсөнә ингән федераль законға ярашлы, хәҙер суд приставтары илгә һәм законға тоғро булырға ғына түгел, «граждандарҙың хоҡуҡтарын, йәмғиәттең һәм дәүләттең мәнфәғәттәрен ныҡлы һәм намыҫлы яҡларға, хеҙмәт бурыстарын үтәүгә бәйле ҡыйынлыҡтарҙы лайыҡлы үткәрә белергә, һөнәри бурысҡа хөрмәт менән ҡарарға һәм Рәсәй Федерацияһының Суд приставтары федераль хеҙмәтенең иң яҡшы йолаларын һаҡларға, үҫтерергә» лә бурыслы.
Бөйөк Еңеү көнө алдынан Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығына дәүләт гражданлыҡ хеҙмәтенә беренсе тапҡыр ҡабул ителгән һәм һынау срогын үткән 87 хеҙмәткәр дәүләткә һәм хеҙмәткә тоғролоҡ анты бирҙе. Идаралыҡтың республика буйынса етәксеһе – Баш суд приставы Зариф Байғусҡаров уларҙы ошо иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы ҡотланы һәм уларҙың һәр береһе үҙҙәренең һөнәри бурысын лайыҡлы үтәр, дәүләткә ғәҙел хеҙмәт итер тигән ышаныс белдерҙе.
– Йыл һайын был сара бушҡа ғына Еңеү паркында үткәрелмәй. Изге урында ант биреү – хеҙмәткәрҙәргә тырышып эшләү өсөн ҙур этәргес ул. Бында әйтелгән вәғәҙә онотолмай, – тине Зариф Закир улы.
Байрамға Асҡын районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, генерал Таһир Кусимовтың яуҙашы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире Төхбәт Фәтҡуллин да килгәйне.
– Бөйөк Еңеүҙе Берлинда ҡаршыланым. Был көн еңел бирелмәне. Шуға йәштәргә тырышып эшләһендәр, матур йәшәһендәр тип өндәшке килә, – тигән теләктәрен еткерҙе ветеран.
Яугирҙең улы Нурулла Асҡын районында суд приставы булып ун һигеҙ йыл эшләгән.
– Был хеҙмәт эйәләренә көн һайын төрлө кешеләр менән осрашырға тура килә. Бигерәк тә алимент түләмәүсе-ләрҙән ғаиләләренә аҡсалата бурысын ҡайтартыуы еңел түгел. Ғөмүмән, улар суд, башҡарма власть органдарының ҡарарҙарын тормошҡа ашыра, – ти Нурулла Төхбәт улы.
Ант биреүселәр үҙҙәренең һөнәри оҫталығын күрһәтеп өлгөргән дә инде. Уларға дәүләт именлеге мәнфәғәтендә намыҫ менән тырышып эшләүҙәрен, законға тоғро хеҙмәт итеүҙәрен теләргә генә ҡала.
Сергей ДУНАЕВ, Суд приставтарының Балаҡатай район бүлеге хеҙмәткәре: – Бында эшләү тураһында күптән хыяллана инем. Шуға бөгөн – минең өсөн ҡыуаныслы, шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс көн. Етмәһә, яуаплылыҡ та өҫтәлә. Үҙемә халыҡ менән эшләү оҡшай. Киләсәктә ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшермен, законға тоғро хеҙмәт итермен, тип ышанам.
Әлиә ИЛЬЯСОВА, Өфө ҡалаһы: – Мәктәпте тамамлағас, юридик уҡыу йортона инермен һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарында эшләрмен, тип уйлайым. Ошо уй-маҡсатым был сараға килеүемә сәбәп булды. Ант биреүҙең Бөйөк Еңеү алдынан һәм Еңеү паркында үткәрелеүе – үҙе бер мәртәбә.