Кешеләргә ярҙам итегеҙ!19.01.2012
Кешеләргә ярҙам итегеҙ!Хәниф Сираж улы Сәләхов Салауат районының Яхъя ауылында уҡытыусы ғаиләһендә донъяға килгән. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышында санинструктор булғанғамы икән, улына медицина юлынан китергә кәңәш бирә.
Егет Өфө медицина техникумында уҡый, һуңынан институтты ла уңышлы тамамлай. Йәшләй генә көйө Архангел районы ауылдарының береһендәге участка дауаханаһына баш табип итеп тәғәйенләнә. Студент ваҡытында уҡ һүҙ бирешеп йөрөгән ауылдаш ҡыҙы Сәриә Ишморатова менән ғүмерҙәрен бәйләп, шунда бергә юлланалар. 1960 йылда ғаилә Өфөгә килеп төпләнә.
Хәниф Сираж улы хеҙмәт юлын Республика клиник дауаханаһында дауам итә. Ординатура һәм аспирантурала уҡый, Башҡорт дәүләт медицина институтының (хәҙер университет) хирургия кафедраһы ассистенты булараҡ, студенттарға белем бирә. Шул уҡ ваҡытта ғилми эш алып бара. Фәндә ентекле тикшерелеп бөтмәгән бик ҡатмарлы теманы — йыуан эсәктең үткәрмәүсәнлеген өйрәнә. 1969 йылда Мәскәүҙә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Күп йылдар республикабыҙҙың төп дауаханаһында табип, бүлек мөдире була, ауырыуҙарҙы белеме, һөнәри оѕталығы, йөрәк йылыһы менән дауалай. Хирург булараҡ, Хәниф Сәләхов 1989 йылдағы Оло Тәләк фажиғәһендә зыян күреүселәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыуға һәм уларҙы аяҡҡа баѕтырыуға тос өлөш индерҙе. Күптәргә йәшәү көсө биргән, ҡаты ауырыуҙарҙан арынырға ярҙам иткән абруйлы табип шул уҡ йылдың июлендә арабыҙҙан китте.
Хәниф Сәләховтың һөнәри һәм кешелек сифаттары уның бихисап студенттарына ла күскән, улар республикабыҙ дауаханаларында намыѕлы хеҙмәте менән абруй ҡаҙанды.
Хәниф Сираж улы үҙе генә түгел, ә тотош ғаиләһе медицинаға хеҙмәт итә. Ҡатыны Сәриә Ғиндулла ҡыҙы — участка врачы, улы Азат педиатр булып эшләне, ҡыҙы Әлиә Республика клиник дауаханаһының ВИЧ-инфекция тикшереү лабораторияһына етәкселек итә, бер туған ҡустыһы Алик — Малаяҙ район дауаханаһының (Салауат районы) анестезиолог-реаниматологы. Инсафлы, итәғәтле, кешелекле булып үѕеп килгән ейән-ейәнсәрҙәре Йәлил менән Шәүрәнең дә олаталары һөнәрен һайларына өмөт бар.
Хәниф Сәләховтың яҡындары һәм балалары уның: “Һәр саҡ кешеләргә ярҙам итегеҙ”, — тигән васыятына тоғро ҡала.
Ә. СӘЛӘХОВА.


Вернуться назад