"Йылан даһа" Күрше ауылда бик тыныс холоҡло бер кеше бар ине. Уның был донъянан китеүенә инде байтаҡ ваҡыт үтеп киткән. Бесән мәлендә, төшкө ялға туҡтаған ваҡытта, был ағай серем итә икән.
— Ана, түшеңдә әллә нимә йөрөй, — тип уятҡандар уны.
— Йылан даһа, — тип тыныс ҡына һыпырып төшөргән, ти, ул һөйрәлеүсене.
Был лаҡап әле лә йөрөй.
Мәрйәм БАКИРОВА.
Учалы районы, Ҡобағош ауылы.
“Ҡаранай” менән “Мәликә” Иҡсан ағайҙы, һунарсы булғас, ҡоштарҙың исемен яҡшы белә тип, ауылға килгән бер ғалимды эйәртеп урманға ебәргәндәр. Күргән бер ҡоштоң исемен башҡортса әйтеп бара икән был. Белгән тиклемен яҙҙырған Иҡсан ағай, тик күбеһен турғай ти ҙә ҡуя икән. Ә ғалим кеше "уның икенсе исеме лә булырға тейеш" тип ныҡыша, ти. Аптырағас, Иҡсан ағай ҡайһы берҙәрен алдаштырып та ебәрергә мәжбүр була. Һыу буйындағы ҡара турғайҙы (урыҫсаһы — "оляпка") гел генә йүгереп йөрөгән бәләкәй генә кәүҙәле Ҡаранай бабайҙың исеме менән атай. Шунан һуң, булғас-булғас, әбейенең дә исеме яҙылһын әле тип, һыу беснәген Мәликә тип ебәргән. Әле лә Йөйәктә шул ҡоштарҙы Ҡаранай менән Мәликә тип йөрөтәләр.
Р. ШӘЙБӘКОВ.
Белорет районы, Йөйәк ауылы.