Миләш ашап "иҫерә"10.05.2014
Миләш ашап "иҫерә" 1950 йылдың йәйендәге фажиғәле ваҡиғаларҙан һуң, Янбуй айыуы тураһында китап уҡып, фильмын да ҡарағас, мин урындағы халыҡтың айыуҙар хаҡындағы хикәйәттәренә йыш ҡолаҡ һала башланым һәм үҙ ғүмеремдә бик күп ҡыҙыҡлы материал йыйҙым. Теге кеше ашап йөрөгән айыуҙың әллә ҡайҙан килмәгәнлегенә ышандым. Айыуҙар эре малға сентябрь — октябрь айҙарында күберәк ташлана, шуның өсөн дә был осорҙа ат менән урманда ҡуныу хәүефле. Ҡайһы бер айыуҙар йәй уртаһында ла малға тейеүсән. Урындағы халыҡ "миләш уңған йылда айыу уның емешен ашап иҫерә лә ҡотора башлай" ти. Был һүҙ дөрөҫмө-түгелме, әммә сәйер ғәҙәтлеһе лә осрай йыртҡыстарҙың.
Бер йылда Сабир ағайҙар ҙа, беҙ ҙә айыу юлына эләгеп яфаландыҡ. Улар ҡайнағаһы Ишмөхәмәт менән Мөлөк утарында бесән әҙерләй ине. Айыу кисен бер аҙ тауышланып йөрөгән дә төнөн бәйләп ҡуйған аттарға яҡынлашҡан. "Бер төн, айыу китте тип тынысланып, йоҡоға талғанбыҙ. Аттарҙың бышҡырыуына, эттәрҙең туҡтауһыҙ өрөүенә уянып килеп торһаҡ, айыу аттар янында ғына уранғылап йөрөй. Ҡараңғы юҫыҡта атҡайным – теймәне, шулай ҙа мылтыҡ тауышынан ҡурҡып ҡасты ул. Айыуҙы бүтән килмәҫлек итеп ҡотон алырға уйлап, баш вата торғас, әмәлен таптым: сайырлы түңгәктәрҙе алып ҡайттым да нәҙек кенә сыраларға телгеләнем, айыу килгәндә атып ебәрерлек йәйә кеүегерәк нәмә лә әтмәләп алдым. Ҡараңғы төштө. Айыу ҡауҡылдап килеп етте лә бер аҙҙан тынып ҡалды. Беҙ ҙә тауыш-тын сығармай тыңлайбыҙ, теге, үләндәр араһынан ипләп кенә шыуышып, атҡа яҡынлаша. Бер ун биш метр самаһы ҡалғайны, ҡапыл ғына сайырлы сыраға бензин һибеп, ут төрттөм дә тегенең ҡаршыһына ырғыттым. Утлы факел алдына ғына барып төштө шикелле, уғаса мин тағы ла бер торонбашты сөйөрҙөм. Ишмөхәмәт ҡайнаға шул саҡ мылтыҡтан геүелдәтеп атып ебәрҙе. Айыуҙың һушын алдыҡ булһа кәрәк – ҡабат бимазаламаны. Күрәһең, йәй буйына беҙгә бер үк айыу бәйләнеп тынғы бирмәй йөрөгән", – тип һөйләне Сабир ағай.

Балды яратһа ла...

Айыу бер-ике баш малды йыҡһа, яһилланғандан-яһиллана, ҡанға ҡаныға. Йыҡҡан малын үҙе йүнләп ашап та ҡарамай, яңыларын йыға. Ә ҡалған емтектәргә икенселәре эйәләшә.
Миңә 1982 йылдың йәйендә Бөрйән совхозының "Яңы юл" бүлексәһенән һимертеүгә ебәрелгән малдар урынлашҡан йәйләү янында бесән эшләп ятырға тура килде. Августа айыу ферма малын күпләп ҡырырға тотондо. Сабын эргәһендә генә йыға. Мин, айыу һуҡмағынан төшөп, һыу алып йөрөнөм. Шулай, аҙыҡтарымды күбә аҫтына йәшерҙем дә, ысыҡ кипкәнсе сабайым әле тип, бер саҡрымдағы сабынлығыма юлландым. Әйләнеп ҡайтыуыма, әйбер һаҡлаған тоғомдо тартып сығарып, майымды, икмәгемде ашап ҡуйған. Уның ҡарауы, балды бик яратһа ла, шәкәрҙе белмәй икән – түккеләп-сәскеләп бөткән.



Вернуться назад