Матур үтһен ялығыҙ10.05.2014
Был махсус сығарылышты йәнлектәргә, ҡанатлы дуҫтарыбыҙға арнарға булдыҡ. Әҙәм балаһы үҙем түш, үҙем баш тип йәшәһә лә, меңәр төрлө ҡош, кейек ерҙе йәмләп ғүмер итә. Уйлап ҡараһаң, бөжәкһеҙ ҙә, ҡоротҡостарһыҙ ҙа булмай. Байтаҡ кешенән "беҙ бәләкәй саҡта аҡҡош, торна күп ине, башҡа ҡоштар ҙа тулы булды, мышы, ҡоралайҙар ауылға яҡын килә торғайны" тигән һүҙҙәрҙе ишетәһең.
Тормошҡа, әйләнә-тирәбеҙгә бер нисә минутҡа ғына ҡулланыусы, файҙаланыусы күҙлегенән түгел, ә тәбиғәттең бер өлөшө булараҡ бағайыҡсы. Ер йөҙөндә йыл һайын тиҫтәләрсә төрлө тәбиғәт мөғжизәһе юҡҡа сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңылары барлыҡҡа килмәй. Әлбиттә, кеше үҙе уйлап тапҡан тоҡом, сорттар, "мутанттар"ҙан тыш. Ләкин уныһы — бөтөнләй бүтән тема, башҡа һүҙ. Әлегә бөгөнгөһөн һаҡлау мөһим.
Ошо сығарылыш күңелдәребеҙҙең нескә ҡылдарын сиртеп, иғтибарҙы аҙға ғына булһа ла тирә-яҡ мөхиткә йүнәлтһен ине. Һеҙҙән дә, хөрмәтле уҡыусылар, үҙегеҙ, яҡындарығыҙ менән булған хәлдәрҙе бәйән иткән хаттар көтәбеҙ.