Еңеү иртәһе10.05.2014
Тау теҙмәләре итәгендә урынлашҡан ауылыбыҙҙы өс урындан бүлеп, ҡуйы талдар һәм бейек өйәңке ағастары араһынан тыныс ҡына мул һыулы, балыҡҡа бай Миәкә йылғаһы аға.

Аяҙ, матур көн. Бөтә тирә-яҡты балҡытып ҡояш тыуған. Тик ауылыбыҙ ғына, тау күләгәһе төшкәнлектән, йоҡонан уянып етмәгән кеүек тойола. Әсәйебеҙ һыйырҙарҙы һауып, малдарҙы көтөүгә ҡыуған. Был тыныслыҡты боҙоп, ҡаҙҙар ғына ҡаңғылдашып һыу буйына төшә.
Йәй көндәрендә әсәйебеҙ тышта, ихатала балаҫ йәйеп, табын әҙерләй торғайны. Бер ваҡыт иртән сәй эсеп ултырғанда, тау өҫтөнән бәләкәй генә самолет күренде. Ул ауылды өс мәртәбә урап сыҡты ла баҫыу яғына табан осто. Унан нимәлер ташлай башланылар. Был күренешкә шаһит булған ауылдаштарым өҫ кейемен дә һалмайынса, йылғаны йөҙөп сығып, шул яҡҡа йүгерҙе. Беҙ ҙә, ашап ултырған урыныбыҙҙан тороп, эйәрергә булдыҡ. Ҡурҡа төшкән әсәйем беҙҙе: «Немец самолетылыр, үҙегеҙҙе харап итер», – тип ебәрмәҫкә тырышты. Күп тә үтмәне, үҫмерҙәр теге урынға барып етеп, кире боролдо.
– Ура! Ура! Һуғыш бөткән! Фашистар тар-мар ителгән! – тип ҡулдарындағы листовкаларҙы болғай-болғай улар ауыл яғына йүгереп килде. Шатлыҡтары эсенә һыймаған ауылдаштарымдың кемеһелер илай, кемеһелер көлә. Мин кескәй булғанлыҡтан, ҡағыҙҙа яҙылғандарҙың тулы эстәлеген хәтерләп бөтә алмайым. Әммә мәғәнәһе шундай ине. Унда эре ҡыҙыл һәм зәңгәр хәрефтәр менән: «Хөрмәтле ватандаштар! Бөгөн 9 Май – Еңеү көнө! Ҡыҙыл Армия немец фашистарын тар-мар итте! Яҡындарығыҙҙы көтөгөҙ!» – тип яҙылғайны.
Шулай итеп, күпме юғалтыуҙар, ауырлыҡтар, күҙ йәштәре менән көтөлгән көн килеп етте! Был иртә, Еңеү хәбәре, саф, аяҙ булыуы менән күңелдәребеҙҙә мәңгелеккә уйылып ҡалды.




Вернуться назад