Беҙ — батырҙар тоҡомонан!10.05.2014
Беҙ — батырҙар тоҡомонан!
...Әле булһа тетрәнеү менән 1941 йылдың ҡара июнь иртәһен иҫкә алам. Ҡәһәрле һуғыш беҙҙең бөйөк илде баҫып алыуҙы, унда бер ғаиләләй татыу йәшәгән халыҡтарҙы бөтөрөүҙе һәм ҡолға әйләндереүҙе, Мәскәү, Ленинград, Киев кеүек ҡалаларҙы ер йөҙөнән юйыуҙы маҡсат итеп ҡуйғайны... Һәм, әлбиттә, 1945 йылдың сикһеҙ бәхетле май иртәһе һәр саҡ хәтеремдә. Ул көн донъяла Бөйөк Еңеүҙең һәм тотош кешелек өсөн ҙур үҫештең тантаналы Таңы булараҡ ҡабул ителде. Мин һәм яуҙаш дуҫтарымдың һәр береһе азатлыҡ өсөн һуғыштың изге маҡсатына бар йөрәгебеҙ менән ышандыҡ. Аҡылдың иҫәрлекте еңеүе, Яҡтылыҡтың — ҡараңғылыҡты, Азатлыҡтың — иҙеүҙе баҫыуы кеүек үк Еңеүҙең иң юғары идеалдарына табындыҡ...

Шуны оноторға ярамай: Бөйөк Еңеүҙе ниндәйҙер әкиәт геройҙары түгел, ә илен һөйгән ябай халыҡ яуланы. Советтар Союзында йәшәгән барлыҡ милләттәр ҙә берләшеп, фашистарға ҡаршы теше-тырнағы менән торҙо. Илдең һәр гражданы тыуған еренең ысын патриоты, йәшәгән дәүләтенең барлыҡ ҡанундарын, тәртиптәрен үҙ итә ине. Совет илендә ғәҙеллек, кешелеклелек кеүек сифаттар хөрмәт ителде, закон алдында һәммәһе лә тиң булды, хеҙмәт кешеһе лайыҡлы баһаланды. Шуға ла ошо яратҡан дәүләтебеҙ иңенә ҡара ҡайғы төшкәндә уны яҡлау өсөн ғүмеребеҙ ҙә йәл түгел ине. Кешелек тарихындағы иң дәһшәтле бәрелештә совет кешеһе быға тиклем булмағанса батырлыҡ күрһәтте.
Беҙ күпте кисергән башҡорт халҡының улдары һәм ҡыҙҙары — Салауат Юлаев, Ҡараһаҡал кеүек батырҙарҙың вариҫтары — ысын илһөйәрҙәр менән бер сафта булдыҡ.
“Кешелек именлеге, тыныслыҡ хаҡына ауырлыҡтарға ҡаршы нимә эшләр инем?” – ошо һорауҙы һәр кем үҙенә бирһен ине. Хәҙерге заманда белемһеҙ бер нәмә лә эшләп булмай. Киләсәктең фәнни-техник прогресҡа бәйле икәнен онотмайыҡ. Был йәһәттән етешһеҙлектәребеҙҙе иҫәпкә алып, камиллыҡҡа ынтылайыҡ. Ауырлыҡтарҙа бер-береңә терәк булыу һуғыш осоронда ныҡ ярҙам итте. Ошо ыңғай сифат бөгөн дә әһәмиәтен юғалтмаһын.
“Башҡорттар шундай халыҡ бит ул! Улар менән бергә алышҡа ҡурҡмай барырға була”, – тип әйтер булған яуҙаштар 1812 йылғы Ватан һуғышы осоронда. Илгә тоғролоғон, батырлығын милләттәштәрем 1941—1945 йылдарҙа ла иҫбатланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта ошо юғары баһаға тап төшөрөүселәр ҙә табылып тора. Бер-беребеҙҙең уңышын күрә алмау, көнсөллөк, аҙым һайын аяҡ салырға маташыу сүп үләне кеүек йәмғиәтебеҙҙе баҫып бара.
Үҙ-ара низағлашып йәшәгәнсе, изге эштәр менән кемлегебеҙҙе күрһәтәйек. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ, тиҙәр бит халыҡта. Әгәр вәғәҙә бирәһең икән, һүҙеңде елгә осорма, башлаған эшеңде еренә еткер. Нисек кенә булмаһын, һәр кешенең ҡылығына ҡарап тотош милләт хаҡында фекер йөрөтәләр.
Һуңғы осорҙа халыҡ иҫәбе кәмей тип лаф орабыҙ. Ә кем ғәйепле һуң? Элек бит һәр ғаиләлә ундан кәм бала булмаған. Бөгөн нисек? Кәмендә биш-алты бала үҫтереү, уларҙы милли рухта тәрбиәләү — һәр башҡорттоң изге бурысы. Әгәр башҡорттарҙың һаны биш миллионға етһә, милләткә юғалыу тигән ҡурҡыныс янамаясаҡ. Бөгөнгө һәм киләсәк быуын илде азат итеүселәрҙең яҡты хыялдарын, изге теләктәрен онотмаһын. Беҙ кешелектең именлеге, етеш тормош, матур киләсәк өсөн яуға сыҡтыҡ. Шуға ла кеше бер-береһен ҡәҙер-хөрмәт итергә өйрәнһен, һәр нәмәне намыҫ бизмәненә һалып үлсәһен, ғилемгә ынтылһын ине. “Мин” тип күкрәп ҡағып, танау сөйөп кенә йәшәргә ярамай. Еңеү яулаған ил улдарының ғүмерҙәре юҡҡа өҙөлмәгән, ҡандары тиккә түгелмәгән тип ышанғы килә.
Наполеон ғәскәрҙәрен ҡыйратҡанда, Европаны азат иткәндә башҡорт улдары ниндәй батырлыҡ, сослоҡ күрһәткән! Рәхмәтле халыҡ, бигерәк тә Париж һылыуҙары уларға һоҡланып, үҙҙәрен “Төньяҡ амурҙары” тип атаған. Инде бөгөн уландарыбыҙ уйланһын – уларҙы нисек атарҙар ине?.. Замандаштарыбыҙ лайыҡлы тормош өсөн бөтә көсөн һалыр тигән өмөттә ҡалам. “Афарин, башҡорттар!” тигән һоҡланыу һүҙҙәрен йышыраҡ ишетергә яҙһын.
Ҡотдос ЛАТИПОВ,
летчик-штурмлаусы,
Советтар Союзы Геройы.

Мәскәү ҡалаһы.


Вернуться назад