"Халыҡтың үҙаңы уяныуы мөһим"10.05.2014
"Халыҡтың үҙаңы уяныуы мөһим"
Рәмил Зиннур улы Әмиров, "Бөрйән урмансылығы" дәүләт бюджет учреждениеһы етәксеһе:

— Бөрйән урман хужалығы ҡарамағында 320 мең 847 гектар ер бар. Ете бүлексәбеҙ эшләп килә. Урмандарҙы ҡарау, янғын-фәләнде булдырмау, контроль маҡсатында ете кеше эшләй, былар — өҫтәмә вазифалар. Штат буйынса иһә 36 урмансыбыҙ бар. Был бик аҙ. Әйтәйек, 14 мастер иҫәпләнә, улар диләнкә бүлергә, һаҡларға, кәрәк булһа, халыҡты ойоштороп, янғынды ла һүндерергә тейеш. Беҙҙең төп эштәр ошолар. Районда урман менән шөғөлләнеүсе ике ойошма бар, күршеләр хужалыҡ эштәрен башҡара — киҫә, ултырта. Беҙ иһә йүнәлеш бирәбеҙ: ҡайҙа ултыртырға, нисек эшләргә. Башҡарып бөткәс, ҡабул итеп алабыҙ.
Халыҡҡа ла диләнкә бүлеп бирәбеҙ. Тәү сиратта — йәштәргә. Февралдән 415-се Федераль закон көсөнә инде. Уның буйынса нәҡ төҙөлөш өсөн бүленгән ағастар һатылырға йәки кемгәлер бирелергә тейеш түгел. Элек алдылар ҙа һатып торҙолар. Хәҙер улай булмаясаҡ.
Яңы Кодекс буйынса беҙ урмандарҙы ҡуртымға бирергә тейешбеҙ. Бығаса барлыҡ урман фонды дәүләткә ҡарай ине. Элек шуға ла беҙҙә туранан-тура тәбиғәтте һаҡлаған 90-ға яҡын урмансы булды. Хәҙер улар ҡыҫҡартылып бөттө. Хәҙер арендаторҙар үҙҙәре йәш үҫентеләр ултыртырға, янғын һүндерергә, биләмәләрен тәртиптә тоторға тейеш. Рәсәйҙә "ҡуртым" тигән һүҙ, бигерәк тә урманға ҡарата, яңылыҡ әле. Башта арендаторҙар үҙ бурыстарына бик иғтибар итмәне. Мәҫәлән, 2010 йылда янғындар ныҡ көслө булды. Беҙ барып һүндереп йөрөгәндә, улар кешеләрен дә бирмәй торғайны. Хәҙер хәл үҙгәрҙе. Урманға ҡарата иғтибар артты, былай ғына — табыш алам тип кенә йөрөп — эшләп булмағанын аңланылар. Беҙҙең талаптарға ыңғай ҡарай башланылар, эшләргә тырышалар.
Арендаторҙар темаһы буйынса киткәс, һөйләп үтәйем. Заманында "Селена" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ағастың иң-иң яҡшыһын — ҡарағай урманын – алды. Инвестиция программаһы буйынса, йәғни аукционһыҙ, хаҡтың 50 процентын ғына түләп. Урман бушҡа тиерлек килде уларға. Төп эштәре ағасты тәрәнтен эшкәртеү булырға тейеш ине. Шуны улар әлеге ваҡытта ла үтәп бөтмәй, ә ағас шул килеш төрлө төбәккә һатыла. Белорет районының Тирлән ҡасабаһында асырға тейеш инеләр эшкәртеү цехтарын. Әлбиттә, былар халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙыра. Беҙҙең урмансылыҡҡа 18 мең кубометрға яҡын ылыҫлы ағас бүленгән, әгәр ҙә шуны халыҡҡа таратып бирһәң, төҙөлөш күләме бермә-бер артыр ине. Бүтәндәрҙе әйтмәйем, әммә беҙҙә иң ауыры ошо.
Ғөмүмән, мәсьәлә хәл ителер тип ышанабыҙ. Эйе, эшләгән арендаторҙар ҙа бар. Мәҫәлән, "СибайЛесПром"дың эше көйләнергә тора, эшкәртеү цехтары бар. Башҡалар Бөрйән урмандарын алып бөткәнсе тип, үҙебеҙҙең урман сәнәғәте компанияһын булдырҙылар. Быйылдан яҡшылап эшләй башлаясаҡтар. Әле ҡорамалдар һатып алырға тырышалар. Айырым-айырым исемләһәк, "Урал", "Нөгөш", "Бөрйән", "Бөрйән урман төҙөлөшө компанияһы" йәмғиәттәре улар. Башлаған эштәре уңыр, сөнки еңел генә бирелмәне, барыһы ла суд аша хәл ителде, башҡа мәшәҡәттәр ҙә етерлек булды. Быйылдан иһә ең һыҙғанып эшләргә генә ҡала.
Шәхсән үҙемде лә, урындағы халыҡты ла ситтән килеп ял итеүселәрҙең тәбиғәткә һаҡсыл ҡарамауы борсой. Юл буйына, урман эсенә сүп ырғытып китәләр. Ял иткәндән һуң шешә, башҡаһы өйөм-өйөм булып ятып ҡала. Халыҡтың үҙаңы түбәнәйҙеме – белмәҫһең. Мин бәләкәй саҡта ундай нәмәне күрмәнем. Еләген матур итеп йыйҙылар, бесәнен саптылар. Әле бәшмәккә сыҡһаң да сүплеккә барып төртөләһең. Урманды бысратыу күләме иҫ китмәле.
Яңы Урман кодексы барыһын да урынына ҡуйыр, тип уйлайым. Матур закондар менән генә булмай, халыҡтың үҙаңы уяныуы мөһим.
Махсус битте Рәлис УРАҘҒОЛОВ әҙерләне.


Вернуться назад