Ылыҫлыларға өҫтөнлөк биреләсәк10.05.2014
Ылыҫлыларға өҫтөнлөк  биреләсәк
— Һуңғы ун йылда ылыҫлы ағас үҫентеләрен ултыртыу 8,3 процентҡа артҡан. Ә 2025 йылға был күрһәткес 13,7 процентҡа етәсәк, — тип белдерҙе Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының киңәйтелгән коллегия ултырышында министр урынбаҫары Риф Ғүмәров.

Башҡортостанда 2014 – 2024 йылдарҙа ағас әҙерләү эше 268 мең гектарҙа барасаҡ, шуның 42,6 мең гектарын ылыҫлылар тәшкил итәсәк. Урманды ҡайтанан тергеҙеү ҙә ошо уҡ күләмдә атҡарыласаҡ. Шул иҫәптән яһалма ылыҫлы урман һыҙаттары булдырыу, яңынан үҫентеләр ултыртыу эшен 100,9 мең гектарҙа ойоштороу күҙаллана.
Барлыҡ бурысты үтәп сығыу өсөн республикала 814 гектар майҙанды биләгән 106 ағас питомнигы бар. Йыл һайын уларҙа 50 миллион төп ылыҫлы үҫенте күсереп ултыртыу хәленә еткерелә. Ләкин урмандарҙы тергеҙеү, ылыҫлы ағастарҙы арттырыу өсөн был ғына етмәйәсәк. Шуға ла министрлыҡ ҡарамағындағы питомниктарҙа үҫентеләрҙе 80 миллион төпкә ҡәҙәр арттырасаҡтар. Был – бөгөнгөнән 1,6 тапҡырға күберәк тигән һүҙ. Әле йыл һайын 5 тоннаға яҡын төрлө ағас орлоғо әҙерләнһә, шуларҙың 3 тоннанан ашыуы – ылыҫлыларҙыҡы.


Вернуться назад