XIX быуатта, традицион эш төрҙәренән малсылыҡ, һунарсылыҡ һәм солоҡсолоҡ бөтөүгә йөҙ тотҡан шарттарҙа, ағас әҙерләү эше күп кенә башҡорттоң хужалығында ҙур таянысҡа әйләнә. "Улар өсөн урман кәсептәре – төп йәшәү сығанағы. Был эштәр урман ҡырҡыуҙан һәм ағас материалдарҙы ситкә һатыуға сығарыуҙан ғибәрәт..." – тип әйтелә ошо дәүерҙән ҡалған архив документында.
Ағас әҙерләү эштәре Златоуст, Өфө, Стәрлетамаҡ (көнсығыш өлөшө), Орск, Ырымбур (төньяҡ улыстары) һәм Верхнеуральск өйәҙҙәрендә таралыу ала. Бында башҡорттар төп эшсе көс була, тирә-яҡта һаҡланып ҡалған урмандың күп өлөшө улар ҡарамағына тапшырыла. Башҡорттар ағас әҙерләү эшен үҙҙәренең етештереү тармағы тип иҫәпләй, бында уларҙан башҡа бер кем дә эшләргә тейеш булмай. "Урманын эшкәртеү өсөн сәнәғәтсегә биргәндә, башҡорттар был өлкәгә сит-яттар йәлеп ителмәһен, киреһенсә, бөтә эш үҙҙәренә – урман хужаларына – ҡалһын тигән зарури шарт ҡуя", – тип яҙған В. Крубер.
Аҫаба халыҡта бындай теләктең тыуыуы тиккә генә түгел икәнлеге үҙенән-үҙе аңлашыла. Ф. Симондың мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тау зонаһындағы башҡорттар, һәр хәлдә, бер ниндәй ҙә йәшәү мөмкинлеге ҡалмайынса, йылына ике тапҡыр йотлоҡ кисерә. Тарихсы Х. Усманов урман кәсептәрен таулы ерҙә йәшәгән башҡорттар өсөн ауыр иҡтисади хәлдән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы тип иҫәпләүе менән тулыһынса хаҡлы. Урман ҡырҡыу, ағас материалдар әҙерләү, шулай уҡ уларҙы эшкәртеү менән бәйле эштәр реформанан һуңғы осорҙа (XIX быуаттың 60 – 90-сы йылдары) Башҡортостан халҡының ғәйәт ҙур өлөшөн солғап ала. Бер Ырымбур губернаһында ғына ла бындай эш менән 23235 кешенең шөғөлләнеүен әйтеү етәлер. Йүкә эшкәртеү өлкәһендә генә 9 меңгә яҡын кеше эшләп йөрөр була. Был факттар үҙҙәре генә лә урман кәсептәренең теге йәки был төрөн өйрәнеүҙең ни тиклем мөһим икәнлеген күрһәтә.