“Бушҡа эшләйбеҙ”19.01.2012
“Айҙар буйы аҡса алмай эшләүҙең ни тиклем ауыр икәнлеген аңлайһығыҙҙыр, – тип яҙғайны беҙгә Ғафури районының Аҡкүл ауылынан Р. Хәсәнов. – Элеватор тулы ҡеүәтенә эшләһә лә, хеҙмәт хаҡын ваҡытында түләмәй йөҙәтәләр. Октябрь айында ғына эш хаҡы буйынса бурыс ике миллион һумдан ашып китте. Ә бит предприятиеның иҫәбендә аҡса булып тора! “Аҡкүл элеваторы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең хужалары Алексей Громов менән Рөстәм Мәҡсүтовтың халыҡтың бушҡа ыҙа сигеп, кәмһетелеп эшләүендә һис ҡайғыһы юҡ. Бындай башбаштаҡлыҡҡа ҡасан сик ҡуйылыр?”

Ғафури районы прокуроры юстиция советнигы Д.П. Иҙелбаев беҙгә түбәндәгеләрҙе хәбәр итте:
“Башҡортостан Халыҡты социаль яҡлау һәм хеҙмәт министрлығы вәкиле менән берлектә “Аҡкүл элеваторы” асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә был мәсьәлә буйынса тикшереү үткәрелде һәм предприятиеның 2011 йылдың июль – октябрь айҙарына бурысы барлығы асыҡланды.
Элеватор эшселәренең хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында 11 миллион 619 мең һум аҡсаны мәжбүри түләтеү хаҡында судҡа 135 ғариза бирелде. Барлыҡ дәғүәләр ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде. Элеватор етәксеһе административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Йәмғиәт етәкселеге мәғлүмәттәре буйынса, бөгөнгө көнгә эшселәргә бурыс тулыһынса түләнгән”.


Вернуться назад