“Яңы Тәтешле” удмурт тарихи-мәҙәни үҙәгендә “Батырлыҡ дәресе” үтте.
Әңгәмә барышында уҡыусылар һуғышҡа киткән туғандары хаҡында һөйләне. Был көндә балалар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары хаҡында ғына түгел, шулай уҡ тыл эшсәндәре, ауыр һуғыш осороноң бөтә михнәттәрен кисергән кешеләр тураһында байтаҡ яңылыҡ белде. Дәрес аҙағында уҡыусылар Яңы Тәтешле ауылындағы тыл ветерандары тураһында тикшеренеү эшен башларға ҡарар итте.