Баш ҡаланың Гагарин урамындағы 5-се йорт диуарында һуғыш ветерандарының портреттары сағыла. Проекттың авторҙары – рәссамдар Олег Кайбышев менән Александр Кайдалов. Был ветерандарға ысын бүләк булды.
— Олатайҙарыбыҙҙың йәш саҡтағы фотоларын һайланыҡ. Әммә һүрәттәр бер аҙ үҙгәртелеп, яугирҙәрҙең уртаҡ, йыйылма образы булараҡ яһалды. Һәр беребеҙҙең шундай туғандары бар бит. Уларҙың күптәре беҙҙе, бәхетле киләсәкте яҡлап һәләк булған. Портреттарҙың аҫтына Роберт Рождественскийҙың “Иҫтәлек өсөн быуындарға рәхмәт” тигән шиғырына яҙылған йырҙың тексы яҙылған. Беҙ – еңеүселәрҙең ейәндәре, шуға күрә намыҫ, дәрәжә байрағын юғалтмаҫҡа тейешбеҙ, — тине Олег Кайбышев.