Башҡортостанда Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарын ташламалы шарттарҙа теркәй ала.
“Росреестр”ҙың республика идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, һуғыш ветерандары, шулай уҡ ышаныс ҡағыҙы һәм тейешле документтар нигеҙендә уларҙың исеменән эш иткән кешеләр өсөн күсемһеҙ мөлкәткә хоҡуҡты дәүләт теркәүе һәм уларға бәйле килешеү төҙөү ваҡыты — биш, ә Берҙәм дәүләт реестрынан мәғлүмәт биреү ваҡыты ике эш көнөнә тиклем ҡыҫҡарҙы.
...бушлай хеҙмәтләндерәсәктәр Стәрлетамаҡтағы “ДуплексМед” медицина үҙәге Еңеү көнөнә ветерандарға яҡшы бүләк әҙерләне.
Май айында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, тыл эшсәндәре, концлагерҙарҙың элекке тотҡондары, “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә булған хәрбиҙәр уролог, офтальмологтан бушлай консультация алыу, компьютер томографияһы ярҙамында күреү һәләтен тикшереү мөмкинлегенә эйә. Ветерандарҙы түбәндәге адрес буйынса көтәләр: Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Артем урамы, 103 а. Белешмәләр өсөн телефон: 23-98-98.