Ҡырымдың Белогорск районында Бөйөк Еңеүгә арналған тантаналы йыйылыш үтте. Һәр ветеранға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың ҡултамғаһы ҡуйылған ҡотлау открыткаһы тапшырылды.
Бер нисә көн элек Өфөнән гуманитар йөк, шул иҫәптән һуғышта ҡатнашҡандар өсөн бүләктәр тейәлгән сираттағы автоколонна килде. Ветерандар Башҡортостан тауарҙарының сифатына юғары баһа бирҙе. Башҡорт балы, Шишмәнең көнбағыш майы, Ҡарлымандың ҡуйыртылған һөтө, ҡарабойҙай, кондитер ризыҡтары барыһының да күңеленә хуш килде.
Белогорск районы уҡыусылары бүләктәрҙе таратырға ярҙам итте, шулай уҡ ветерандарға Өфөнән ебәрелгән Георгий таҫмаларын таҡты.