Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов:
— Халҡыбыҙҙың Еңеү байрамынан да мөһимерәк, иҫтәлеклерәк тантанаһы юҡ. Ул бөтә донъяға беҙҙең армияның, беҙҙең халыҡтың нацизмды тар-мар итеүе тураһында хәтерләтеп тора. Һуғыш еле ғаиләбеҙгә лә ҡағылды. Әсәйем яғынан олатайым 1943 йылда фронттан инвалид булып ҡайта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡын туғандарым араһында яу яланында башын һалғандар ҙа бар.
Ҡәҙерле ветерандар, тәү сиратта Һеҙҙе тәбрикләйбеҙ. Тап Һеҙ 1945 йылда һәр йортҡа Еңеү алып килдегеҙ, илде тубыҡландырыуға юл ҡуйманығыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы, иң шанлы, иң данлы осорҙарҙың береһе булып, тарихыбыҙҙа мәңгелеккә урын алған. Ваҡыт үтеү менән уның әһәмиәте һис тә кәмемәй, киреһенсә, арта ғына. Илебеҙҙең хәрби ҡеүәтен генә түгел, халҡыбыҙҙың рухи ныҡлығын, берҙәмлеген, Ватанына тәрән һөйөүен һынландырған Бөйөк Еңеү байрамы алдынан Өфөнөң Ҡала мәҙәниәт һарайында иҫтәлекле датаға арналған тантаналы сара үтте.
Ветерандарҙың күбеһе йөҙҙө ҡыуалаһа ла, кәүҙәләрен төҙ тотоп, орден-миҙалдарын сыңлатып, саҡырылған ҡунаҡтар араһынан таныштарын эҙләй. Бинаға килеп ингән Президентты ла ихлас тәбрикләп, шунда уҡ уратып алдылар. Хәл-әхүәл һорашҡан арала, илдәге һуңғы яңылыҡтар, Украиналағы ваҡиғалар, социаль ярҙам һәм башҡа темаларға һөйләшеп өлгөрҙөләр.
Сәхнәгә күтәрелгәс, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарын байрам менән ҡотлап:
– Был яҙ Рәсәй өсөн, беҙҙең өсөн айырыуса әһәмиәтле, — тине. — Ҡырым менән Севастополдең ҡушылыуы илдең яңы тарихында мөһим ваҡиға булды. Уның ярымутрауын фашист илбаҫарҙарынан азат итеүгә 70 йыл үтеүҙе билдәләгән мәлдә, был еңеүҙең баһаһы айырыуса ҙур. Украинаны дошмандан азат итеүҙә ҡатнашыусылар араһында залда ултырған яугирҙәр ҙә бар.
Уның күгендә осҡан ҡурҡыу белмәҫ летчиктарҙы ла телгә алып китергә кәрәк: ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев, Советтар Союзы Геройы Мәғүбә Сыртланова. Севастополдең Малахов ҡурғанында артиллерист Тажетдин Ғиләжетдинов батырлыҡ күрһәткән, Николаев ҡалаһы эргәһендә 20 йәшлек гвардия лейтенанты Советтар Союзы Геройы Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин Александр Матросовтың батырлығын ҡабатлаған. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тиҫтәләгән ҡалаларҙы, күп кенә ауыл һәм утарҙарҙы дошмандан азат иткән.
Бөгөн иһә Украинала милләтселәрҙең 9 Май байрамын тантаналы рәүештә билдәләүҙән баш тартыуын ишетеп, бөтәбеҙ ҙә тетрәндек. Киевта власҡа килгән әҙәмдәрҙең үҙ халҡына ҡаршы ғәскәр һәм хәрби техника йүнәлтеүе лә — башҡа һыймаҫлыҡ хәл.
Ветерандар яулаған тыныслыҡты, тарихи хәтерҙе һаҡларға, үҫеп килгән быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләргә бурыслыбыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышы һәм хеҙмәт ветерандарына ярҙам республикалағы социаль сәйәсәттең өҫтөнлөгө булып тора. Бөгөн Башҡортостанда 6 меңгә яҡын Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 52 мең самаһы тыл ветераны йәшәй.
Төп мәсьәләләрҙең береһе – ветерандарҙың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Һуңғы өс йылда уларҙың 5,5 меңе торлаҡ менән тәьмин ителгән. Шул иҫәптән былтыр 1740 кеше фатирлы булған, 639 кеше быйыл алған. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына мохтаж булғандарҙың барыһына ла ярҙам итәсәкбеҙ.
Һуғыш йылдарының бер хәтере булып шундай девиз таралған – “Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай”. Мөмкинме һуң илде дошмандан һаҡлап ҡорбан булғандарҙы онотоу? Бала саҡтары һуғыш йылдарына тура килгән быуындың кисергәндәре онотолормо? Мөмкин түгел!
* * *
9 Май көнөндә иһә республикабыҙ етәкселеге Өфөнөң Еңеү паркында Мәңгелек утҡа, Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың һәйкәленә, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең ҡәберенә сәскәләр һалды.