М. Кәримов һүҙҙәре,
Д. Хәсәншин көйө. Тормош нурлы, тормош матур,
Тыныс булыр бар яҡта,
Сөнки илебеҙ сигендә
Ағайым тора һаҡта.
Уйнайбыҙ ҙа, йырлайбыҙ ҙа
Бәхетле бала саҡта,
Сөнки илебеҙ сигендә
Ағайым тора һаҡта.
Бик яҡшыға уҡыйбыҙ, тип
Яҙып ебәрҙем хатҡа.
Сөнки, тинем, ил сигендә
Һин бит тораһың һаҡта.