Бүләк бирергә онотмайыҡ07.05.2014
Бүләк бирергә онотмайыҡ
Ҡәҙерле балалар! 9 Май байрамының илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн ниндәй ҙур әһәмиәткә эйә икәнлеге хаҡында барығыҙ ҙа яҡшы беләһегеҙ.

Был көндә Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән — фронтта ҡатнашҡан, тылда хеҙмәт иткән йәиһә бала сағынан эшкә егелгән — өлкән быуын вәкилдәрен ихлас күңелдән ҡотлайыҡ. Үҙ ҡулдарығыҙ менән яһалған матур бүләк тотторһағыҙ, яҡындарығыҙ айырыуса ныҡ һөйөнөр. Мәҫәлән, ошондай ябай ғына открытка эшләргә мөмкин. Уның өсөн төҫлө ҡағыҙҙар, ҡайсы һәм елем кәрәк. Кәрәкле фигураларҙы ҡырҡып алып, аҙаҡ матур итеп йәбештерегеҙ.
Открытканы изге теләктәр әйтеп бирһәгеҙ, олатайығыҙ йә өләсәйегеҙ тағы ла нығыраҡ һөйөнөр.


Вернуться назад