Телен белгән — илен һөйгән19.01.2012
Телен белгән — илен һөйгәнТел — милләтте билдәләүсе, рухи байлыҡҡа алтын асҡыс булыусы төп ҡорал. Уның аша беҙ тарих менән дә, киләсәк менән дә бәйләнешкә инәбеҙ.
Районыбыҙ мәктәптәрендә төрлө милләт балалары белем ала, ҡайһылары башҡорт телен дәрестә генә ишетә. Шуға ла уҡытыусыларға үҙ фәненә һөйөү уятыу өсөн күп көс һалырға, төрлө алымдар ҡулланырға, ижади эҙләнергә тура килә. Ә бының өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған: дәреслектәр, заманса технологиялы ҡулланмалар етерлек.
Беҙҙә Р. Шакирова, Ф. Харисова, А. Сәлимова, Г. Миңлевәлиева, Ғ. Ҡадирова, Л. Фәхретдинова, Э. Шәйхуллина кеүек маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған, хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусылар эшләй. Улар өлгәшелгәндәр менән генә сикләнеп ҡалмай: һәр ваҡыт эҙләнә, семинарҙарҙа, кәңәшмәләрҙә үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлаша, район һәм республика күләмендәге конкурстарҙа теләп ҡатнаша. Шарандың 2-се урта мәктәбе уҡытыусыһы Зиниә Диәрованың ХVI төбәк-ара конкурсында еңеп ҡайтыуы барыбыҙ өсөн дә ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Балаларҙың башҡорт телен ихлас өйрәнеүе, имтихандарҙа яҡшы һөҙөмтәләр алыуы уҡытыусыларҙың уңышлы эшләүе хаҡында һөйләй.
Телен белгән — илен һөйгән. Был хәҡиҡәтте шарандар яҡшы аңлай.
Гөлсирә ҒӘЛИМОВА,
мәғариф бүлеге методисы.
Шаран районы.


Вернуться назад