Районда йәш бейеүсе Данияр Баһмановты белмәгән кеше юҡтыр. IV класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, күп еңеүҙәр яулаған малай ул.
Тәүге бейеүе – "Бәләкәй батыр"ҙы биш йәшендә башҡарған Данияр. Сығышының көслө алҡышҡа күмелеүе малайға ҙур дәрт өҫтәй. Һөҙөмтәлә күп тә үтмәй райондың 75 йыллыҡ юбилейына бағышлап уҙғарылған "Илеш еренең бәләкәй батыры" тигән бейеү конкурсында төп бүләккә лайыҡ була. Унан Өфөлә үткән бәйгелә I урынды яулай, Санкт-Петербургта ойошторолған "Талант ҡанаттары" тигән халыҡ-ара ярышта ла I дәрәжә дипломға лайыҡ була. Бейеүсе малай "Байыҡ" бейеү конкурсында ла алдынғылыҡты бирмәй.
Әле Данияр Үрге Йәркәйҙең Т. Рахманов исемендәге 2-се мәктәбендә белем ала. Яҡшы уҡыуы, өлгөлө тәртибе өсөн староста итеп һайланған. Былтыр район хакимиәте башлығының стипендиаты булған.
Данияр буш ваҡытында шахмат, шашка уйнай, бокс, гимнастика менән шөғөлләнә. Биш йәшенән "Тәүбә" мәсетендә Ислам серҙәренә төшөнә башлаған. 2011 йылда Өфөлә сүрә ятлау бәйгеһендә ҡатнашып, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән.
Данияр — ата-әсәһенә ныҡлы терәк, ҡустылары Мансур менән Исламға өлгөлө ағай. Матур, татыу ғаиләлә балалар рухлы, һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Шуға ла Баһмановтарҙың өс "бөркөтө" лә ныҡлы ҡанатлы.