Архангел районы
Илебеҙ имен булһын Башҡортостан, тыуған илем,
Гүзәл һинең ерҙәрең!
Бөгөнгөләй тыныс булһын
Алда килер көндәрең.
Гел дә берҙәм булайыҡ беҙ,
Донъялар имен торһон.
Барса милләт татыулыҡта
Йәшәр ояһын ҡорһон.
Ильвира ҠОТЛӘХМӘТОВА,
Тирәкле мәктәбе уҡыусыһы. Нефтекама ҡалаһы
Прометейҙың уты яҡтыһында Мостай Кәримгә Башҡортостан, Мостай Кәрим —
Икеһе лә бергә, бер бөтөн.
Үҙ халҡына тоғро булып,
Ижадына биргән бар көсөн.
"Оҙон-оҙаҡ бала саҡ"ты уҡып,
"Өс таған"да атынып үҫәм мин.
Прометейҙың уты яҡтыһында
"Айгөл иле"н ҡабат уҡыйым мин.
Быйыл илдә — Мәҙәниәт йылы,
Төрлө милләт итә тантана.
95 тула бөйөк Мостайға,
Халҡым әҙерләнә байрамға.
Мин тыуғанмын башҡорт ерендә,
Мостай эҙҙәренән йөрөйөм.
Уның рухын һаҡлап йөрәгемдә,
Ҙур хыялдар менән йәшәйем.
Ирина РӘШИТОВА,
9-сы мәктәп уҡыусыһы. Бөрйән районы
Тылсымдың юҡ хисабы Рәми Ғариповҡа Болоҡһоған, моңһоу көндәремдә
Ҡулға алам шиғыр китабын.
Ябай түгел икән был китап та,
Тылсымдың юҡ унда хисабы.
Был шиғырҙар мансылғандар төҫлө
Йәйге иртәлә ҡояш нурына.
Тулған кеүек унда ҙур хазина,
Илаһи көс унан ағыла.
Рәми ағай шиғырҙары һәр саҡ
Тәрән эҙ ҡалдыра күңелдә.
Ихласлыҡ һәм ҙур мәғәнә ята
Һәр юлында, һәр бер һүҙендә.
Нурзилә УСМАНОВА,
Әбделмәмбәт мәктәбе уҡыусыһы. Баймаҡ районы
Илебеҙ тыныс, таңдарыбыҙ алһыу... Зәңгәр күктә алһыу ҡояш балҡый —
Көтмәй ине илем һуғышты.
Әммә фашист яуыз ниәт менән
Баҫып инде, башлап алышты.
Күпме ҡаһарман яҡташтарыбыҙ
Башын һалды ошо һуғышта.
Үлһә-үлде, әммә еңелмәне,
Баш эймәне яуыз фашисҡа.
Дошмандарҙы ҡыуып, дөмөктөрөп,
Беҙгә ғүмер бүләк иттеләр.
"Илебеҙ тыныс, таңдарыбыҙ алһыу,
Тормош имен булһын", — тинеләр.
Айгөл МИРЗАЯНОВА,
Ишей мәктәбе уҡыусыһы. Асҡын районы
Батыр һинең улдарың Ҡуйы урмандарың, йылға,
туғайҙарың
Һәр ваҡытта иҫтә ҡаласаҡ.
Башҡортостан — гүзәл төйәгем һин,
Һиндә үтә минең бала саҡ.
Башҡорт иле — бәрәкәтле төйәк
Бөйөк шәхестәрҙе тыуҙырған.
Төрлө-төрлө милләт, халыҡтарҙы
Йылы ҡуйынына һыйҙырған.
Дауыллы һәм ҡанлы бәрелештәр
Булып үткән һинең тирәңдә.
Салауаттай ҡыйыу, батыр улдар
Үҫәләр бит изге ереңдә.
Наил ӘБДИЕВ,
Иҫке Ҡаҙансы мәктәбе уҡыусыһы. Нуриман районы
"Йыуа ашап үҫтек..." Күптән түгел атай-әсәйем, туғандарым менән тауға сыҡтыҡ. Йыуа ифрат күп икән. Уны башҡа үлән араһынан айырырға өйрәндем. Тәмле "һуған"ды өйгә кеҫәмә тултырып алып ҡайттым. Йыуаны айырыуса ҡарт өләсәйем яратып ашаны.
— Беҙ, һуғыш йылы балалары, йыуа, кесерткән, ҡаҡы, балтырған, һарына менән туҡланып үҫтек, — ти ул. — Ә хәҙер ашарға нимә генә юҡ! Ризыҡтың ҡәҙерен белегеҙ!
Илнур БИКТАШЕВ.