Рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле олатайҙар!07.05.2014
Рәхмәт һеҙгә,  хөрмәтле олатайҙар!
Мәктәптән ҡайтып барышлай урамда хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы осраттыҡ. Башта уларға һоҡланып ҡарап торҙоҡ: күкрәктәрендәге орден һәм миҙалдары май ҡояшында матур итеп ялтырай, үҙҙәре шат йылмая. Олатайҙарҙы Еңеү байрамы менән ҡотлап, иҫтәлеккә фотоға төштөк.

Ғәйфулла олатай Ғәбитовҡа быйыл 91 йәш тулды. Ул 112-се Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән. Ауылдашыбыҙ, пулеметын дүрт атҡа егелгән тачанкаға тейәп, Дон ярҙарынан Германияның Эльба йылғаһына тиклем барып еткән. Дошман самолеттарының көслө уты аҫтында ҡалырға тура килһә лә, башын снайпер пуляһы яралаһа ла, һис бирешмәгән ҡаһарман яугир. Бер төндә ут асырға йыйынған фашист пушкаһына атып, яуҙаштарының ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Ошондай батырлыҡтары өсөн Ғәйфулла олатай Ҡыҙыл Йондоҙ, II, III дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнгән.
Тыл ветераны Хужабай олатай Хызыров та Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән. Һуғыш башланғанда ул беҙҙең һымаҡ ҡына булған, ләкин колхоздағы ауыр эштәрҙән ҡурҡып тормаған. "Бәләкәйҙән Ватаныбыҙҙы һөйөп, уның ҡәҙерен белеп үҫтек", — ти ветеран.
Бәхетле бала сағыбыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, хөрмәтле олатайҙар!
Әҙилә СИТДИҠОВА,
Арсен ЙӘРКӘЕВ,
Таштимер мәктәбенең
III класс уҡыусылары.


Вернуться назад