Хәтер йәшәтә үткәнде07.05.2014
2010 йылда Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына 65 тыл ветеранының иҫтәлектәренән тупланған "Һуғыш балалары — тарих яралары" тигән китабым сыҡҡас, күп уҡыусылар минән уның дауамын яҙыуымды һораны. Башта икеләнеп йөрөнөм, сөнки ҡайһы берәүҙәр: "Нимәгә кәрәк ул һиңә? Барыбер ҡабатлау һымаҡ буласаҡ. Әллә ни яңылыҡ әйтә алмаҫһың. Үҙеңдең ижадыңа нығыраҡ иғтибар бирһәң, яҡшыраҡ түгелме?" – тип әйтте.

Ләкин һуғыш темаһы күңелемдән китмәне, күберәк оло кешеләр менән аралашҡан һайын, төрлө төбәктәрҙә халыҡтың бер төрлө генә йәшәмәгәнен ишеттем, белдем. Мәҫәлән, бына әле "Башҡортостан" гәзите уҡыусыларына тәҡдим иткән иҫтәлектә бәләкәй генә ауыл малайының фронтҡа бесән ташыуы һүрәтләнә. Был минең өсөн яңылыҡ ине. Ошоға тиклем бер кемдән дә бесән әҙерләп оҙатыуҙары хаҡында ишеткәнем булманы.
Фронтҡа аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ, кейем, ҡорал һәм башҡа нәмәләр ебәрелгән. Ә бесән нимәгә ул, тиер күптәр. Башҡорт кавалерия дивизияһының аттарына ла ашатырға кәрәккән бит. Улар йәй генә түгел, ҡыш та һуғышҡан. Ас мал менән нисек алышҡа бараһың?!
Йәки беҙҙең Башҡортостан аша үткән тимер юл станцияларында ниндәй генә фажиғәләр булмаған. Яңыраҡ ике ветерандың “Дәүләкән” менән “Раевка” станцияларына бәйле иҫтәлектәрен яҙып алып, төн буйы йоҡлай алмай сыҡтым.
Былар бит – беҙҙең тарих, үткәндәр. Улар китаптарҙа, дәреслектәрҙә юҡ. Шул осорҙа йәшәгән кешеләрҙең шәхси кисерештәре бары үҙҙәренең күңелдәрендә генә һаҡлана. Уларҙы яҙып алып ҡалырға тейешбеҙ. Бөгөнгө тормошобоҙҙоң ҡәҙерен белер өсөн, үткәндәрҙе аңлар өсөн, һуғыш килтергән афәттең ни тиклем фажиғәле булыуын тойор өсөн. "Ниндәй тарих булһын ул, илдең хурлығы", — тип әйтеүсе ветерандар ҙа осраны. Хәйер, улар, бәхеткә, күп түгел ине. "Үткәндәрҙе һеҙгә һөйләүҙән ни файҙа миңә? Уның өсөн аҡса бирәләрме һуң? Пенсияны арттырһындар, исмаһам, йә беҙҙе һуғыш ветерандары менән тиңләһендәр, 12 йәштән эшләп, меҫкен булып йәшәйбеҙ", – тиеүселәр ҙә булманы түгел. Хатта өс кеше: "Беҙ һуғышта ҡыйынлыҡ күрмәнек", – тине.
Шулай, тыл ветерандары араһында ла төрлөләре бар. Әммә күбеһе бөгөнгө тормошҡа риза булып, илдең именлегенә ҡыуанып, шөкөр итеп йәшәй. Уларҙың рух көсө ныҡ. Оло йәштәге, 80–90-ды уҙған ветерандарҙың көр күңелле, тормошто яратып, алсаҡ булып йәшәүен күреп, йыш ҡына улар бындай көстө ҡайҙан ала, тип үҙ-үҙемә һорау бирәм. Баҡһаң, ауыр йылдарҙа күргән ҡыйынлыҡтар ветерандарҙы бирешмәҫкә өйрәткән, илгә килгән оло ҡайғы уларҙы сыныҡтырған, еңеүгә булған ынтылыштары бергә туплаған. Аслы-туҡлы йәшәһәләр ҙә, уларҙа идея булған. Тыуған илде һаҡлап алып ҡалыу, ҡоллоҡта көн итмәҫ өсөн азатлыҡ яулау кеүек изге һәм мөҡәддәс бурыс уларҙы алға әйҙәгән. Ошо рух көсө бөгөн дә һаҡлана.
"Шул ветерандар менән аралашып, һөйләгәндәрен тыңлап, яҙып алып, ҡайғы-хәсрәттәрен йөрәгең аша үткәрәһең, үҙең дә ауырыуға һабышып бөтәһең инде", — тиеүселәр ҙә бар. Эйе, йәшермәйем, бергә илап ултырған саҡтар ҙа йыш була. Һуғыш осоронда күргән-кисергәндәрен тыныс ҡына тыңлау мөмкин түгел. Ҡайтҡас та, уйланып йөрөйөм. Материалды әҙерләгәндә тағы шул уҡ кисерештәрҙе йөрәгең аша үткәрәһең. Әммә ветерандар янынан арып-талып түгел, ә йәшәүгә көс алып сығам, уларҙан сабырлыҡҡа, түҙемлеккә өйрәнәм. Тормоштарындағы күтәргеһеҙ ҡайғы-хәсрәттән дә бөгөлөп төшмәй, шул һынауҙы лайыҡлы үтеп, ауырлыҡтарын башҡаларға һалмай йәшәп ятыуҙарына һоҡланам. Улар — һуғыштың һуңғы ҡорбандары, һуңғы шаһиттары. Улар менән бергә тарихыбыҙҙың фажиғәле, ҡанлы биттәре мәңгелеккә ябыласаҡ. Тереләргә хәтирәләре генә ҡаласаҡ. Ә хәтер йәшәгәндә тарих та онотолмаҫ.
Әле иһә һеҙҙең иғтибарыбыҙға Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына 70 ветерандың иҫтәлегенән тупланған буласаҡ йыйынтыҡтан бер хәтирә тәҡдим итәм.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.




Хәтер йәшәтә үткәнде Атайһыҙ етем үҫтек

Хәйерланам Хәйрулла улы Зиянгиров 1929 йылдың 29 сентябрендә Балтас районының Һәйтәк ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 12 йәштә була.

Ул көндә районда һабантуй бара ине. Һуғыш башланыуы тураһында хәбәр иттеләр. Байрам ҡайғыһы китте. Атайымды ат менән Пермь өлкәһенең “Ҡуяҙы” станцияһына алып киттеләр. Үҙе менән бер-ике ашарлыҡ ҡына икмәк алды. "Әсәйегеҙҙе тыңлағыҙ", — тип беҙҙе ҡосаҡлап хушлашты. Илап оҙатып ҡалдыҡ.
Кавалерия дивизияһына эләккән. Бер-ике генә хатын алып уҡыныҡ. Унан үлем хәбәре килде. Әсәй башта беҙгә белдермәҫкә тырышҡан. Аҙаҡ: "Атайығыҙ һуғышта үлгән бит, хәбәре килде", — тип үкһеп иланы. Беҙ ҙә күмәкләшеп ҡушылып иланыҡ.
Аттарҙы фронтҡа алып китеп бөттөләр. Уларға ашатырға станцияға бесән тейәп алып барабыҙ. Биш-алты ат теҙелешеп китәбеҙ. Бер оло кешегә ярҙамға бер малай ҡуйҙылар. Беҙҙең ауылдан Тәтешлегә генә лә 40 саҡрым. Ә унан һуң Ҡуяҙыға тиклем дә ара байтаҡ. Ҡыш сана бата, йәй тәгәрмәс ватыла. Юлға дүрт көн ваҡыт китә – барып, әйләнеп ҡайтыуға. Үҙебеҙ менән алған аҙыҡты ашап, бесән араһында йоҡлайбыҙ, туҡтап ял итеп алабыҙ.
Колхоз кешеләрҙе Асҡынға урман киҫергә лә ебәрә ине. Уларға ашарға ла мин илтәм. 60–80 саҡрым араны үтеп, урманда ятып эшләгән кешеләргә он, ярма, аттарына бесән алып барам.
Эшләмәгән эш ҡалманы инде ул. Беҙҙең Чапаев исемендәге колхоз районда иң ҙурҙарҙан һанала ине. Баҫыуҙа эшләгән трактор бригадаһына аш менән һыу, утын, май ташыным. Уҡырға бик теләһәм дә, мөмкинлек булманы, эшләргә кәрәк ине. Ғаиләлә иң ҙур бала мин, шуға бөтә ауырлыҡты тартырға тура килде. Ун саҡрым алыҫлыҡтағы район үҙәгенән трактор бригадаһына кәрәсин дә ташыным.
Өҫкә кейергә юҡ. Бахыр атайым, фронтҡа инер алдынандыр инде, күрәһең, үҙе кейеп киткән әйберҙәрен почта аша кире ебәргәйне беҙгә. Шуларҙы әсәй бәләкәсәйтеп тегеп бирҙе. Үҙе киндер һуға ине. Унан тегелгән салбар аша үтәнән-үтә ел өрөп тора, өшөйбөҙ.
Ауылда атайымдың Ғәләү тигән туғаны бар ине. Ғәрип булғас, һуғышҡа барманы. Һуғыш башланған йылда уҡ, тәүге ҡар яуғас та, Ғәләү бабайға киттем. Ул ҡул эшенә бик оҫта ине. Өҫтәл, ултырғыстар яһай. Барам да эргәһенә ултырып өйрәнәм. Шулай итеп, аяҡҡа кейергә сабата үрергә оҫтарып алдым. Аҙаҡ миңә килеп бүтәндәр эшләп биреүемде һорай ине. Утынға йөрөргә бәләкәй саналар ҙа яһап алдым. Атайҙары һуғышҡа киткән балалар Танып йылғаһы аша ике-өс саҡрым араға бергәләп бәләкәй саналар менән утынға барабыҙ.
Һәр ваҡыт ашағы килә ине. Хеҙмәт көнөнә биргән әҙ генә ондан әсәй аш бешерә. Бәрәңге яҙға тиклем саҡ-саҡ етә. Яҙға сыҡһаҡ, үлән ашайбыҙ. Ә ҡышҡыһын уныһы ла юҡ. Һыйырыбыҙ бар ине, уны ике йыл ғына аҫрай алдыҡ, шунан һуйырға тура килде.
Үҙебеҙгә ашарға ҡалмаһа ла, һалым түләйбеҙ. Эвакуация менән Украинанан кешеләр килтерҙеләр. Уларҙы бер-ике балалары булған ғаиләләргә бүлеп тараттылар. Беҙ үҙебеҙ биш бала булғас, индермәнеләр. Улар ҙа колхозда тырышып эшләне.
Һуғыштың өсөнсө йылында халыҡ аслыҡтан күп үлде. Уларҙы ерләргә барырға ла кешеләрҙең хәле булманы. Кесерткән, ҡуҙғалаҡ, алабутанан аш бешереп йән аҫраныҡ. Ике-өс ай араһы менән ике бәләкәс һеңлемде лә ерләнек. Ҡулдарын һуҙып, мөлдөрәп ҡарап үлде бахырҙар. Хәлһеҙлектән ерләшергә бара алманым, бабайҙар күмде.
Һуғыш бөткәндә райондан ҡайтып килә инем. Тракторҙарға май барып алдым. Шатландыҡ та, иланыҡ та. Атайҙың Малик исемле энеһе 25 апрелдә Венгрияла һәләк булған. Үлем хәбәре 9 май көнө килде. Шуға ул көндө күҙ йәштәре менән ҡаршыланыҡ.
Алда беҙҙе атайһыҙлыҡ, етемлек тормошо көтә ине. Һүрәт төшөрөүгә бик оҫта булдым. Киләсәгемде рәссам итеп күҙ алдына килтерә торғайным. Ҡәһәрле һуғыш арҡаһында уҡый алманым.


Вернуться назад