Ғорурлығыбыҙ һин, Ришат бабай!07.05.2014
Ғорурлығыбыҙ һин, Ришат бабай!
Мин атайымдың ағаһы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ришат Сәлих улы Исмәғилев тураһында яҙмаҡсымын. Әлеге көндә беҙҙең хөрмәтле бабайыбыҙ – туғандары араһында берҙән-бер иҫән ҡалған кеше.

Ришат бабайҙың тормош юлы бер ҙә еңел булмай. Ул Нуриман районының Нимесләр ауылында тыуып үҫә. Ауыл муллаһы Мөхәммәтсәлих менән мәҙрәсәлә ҡыҙҙарҙы уҡытҡан Ғәфиә абыстайҙың алтынсы балаһы була. Дәһшәтле репрессия йылдарында мулла олатайҙы һөргөнгә ебәрәләр, ғаиләһен йортонан ҡыуып сығаралар, балаларға ауылда хәйер һорап йөрөргә тура килә. Ришат бабайҙың уҡырға инергә ваҡыты етһә лә, мәктәпкә алмай йөҙәтәләр, "мулла балаһы" тип ҡыйырһыталар. Һуңынан, рөхсәт алғас, бөтә һәләтен, тырыш-лығын белем алыуға бирә.
Бабайҙың дүрт ағаһы Ғабдрахман, Ғүмәр, Сөләймән, Әнүәр, апаһы Вәсилә Силәбе өлкәһенең Әшә ҡалаһына барып, шунда эш табып йәшәп китә. Ауылға ҡайтып, әсәләренә, туғандарына гел ярҙам итеп торалар.
Ришат бабай ата-әсәһе өлгөһөндә мөғәллим булырға хыяллана. Нимесләр мәктәбен тамамлағас, Кушнаренко педагогия училищеһына уҡырға инә. Һуғыш башланыр алдынан ғына уны армияға алалар. Яуҙың тәүге минуттарынан уҡ, Брест ҡәлғәһен яҡлап, утҡа инә. Бик ҡаты яраланып госпиталдә ята.
Бер аҙ дауаланғас, тыуған яҡтарына ҡайтып, Байгилде мәктәбендә эшләй башлай. 40 йыл мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Үҙен талапсан уҡытыусы, яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтә. Ауылда ҡалған Әмир һәм Хашим (минең атайым) исемле ҡустыларын хәстәрләп, белем алырға өндәй. Улар ҙа юғары уҡыу йорттарын тамамлап, районда ихтирамлы кешеләр булып йәшәй.
Сәрүә инәй менән Ришат бабай алты бала үҫтереп, оло тормош юлына сығарҙы. Балалары ла тәртипле, белемле кешеләр, барыһы ла тиерлек фән докторҙары, юғары уҡыу йорттарында уҡыталар. Ә кесе улдары Салауат – тыуған ауылы Байгилделә лицей директоры.
Әлеге ваҡытта бабайыбыҙ Өфөлә йәшәй, йәмле йәйге айҙарҙа ауылға ҡайта. Сәрүә әбей баҡыйлыҡҡа күсте инде, урыны ожмахта булһын.
Ришат бабай, оло йәштә булһа ла, һуғыш яралары борсоһа ла, һис тә тик ултырырға яратмай. Нуриман районы тураһындағы бер нисә китаптың авторы ла ул. Әле лә райондың атаҡлы кешеләре тураһында очерктар яҙа.
Янына хәл белергә барһаң, ихлас күңелдән ҡаршылай. Барыһын да һораша, кәңәштәрен бирә, шаяртып, көлдөрөп тә ала. Балалары, ейәндәренән ҡәнәғәт. Алдағы көндәрендә лә бабайыбыҙға һаулыҡ, күңел күтәренкелеге, яҡындарының иғтибарын, күңел йылыһын тойоп йәшәүен теләйбеҙ. Беҙ һинең менән ғорурланабыҙ, Ришат бабай!


Ришат Исмәғилев – Брест крепосы һаҡсыһы, 94 йәшлек һуғыш һәм хеҙмәт ветераны, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, "Почет Билдәһе" ордендары һәм бик күп миҙалдар менән наградланған. Шулай ҙа уның иң ҙур байлығы — фән өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән балалары һәм ейәндәре. Уларҙың араһында дүрт фән докторы һәм профессор, бер фән кандидаты, бер лицей етәксеһе булһа, 13 ейәненең һигеҙе лә фән юлын һайлаған.


Вернуться назад