Халҡыбыҙ ҙур хаҡ түләне07.05.2014
Халҡыбыҙ ҙур хаҡ түләне
1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеү Советтар Союзы үҫешенә генә түгел (ул ҡеүәтле хәрби державаға әүерелде), шулай уҡ Европалағы һәм Алыҫ Көнсығыштағы күп кенә дәүләттәрҙең артабанғы ҡоролошона ла ҙур йоғонто яһаны.

Субъектив һәм идеологик сәбәптәр арҡаһында Бөйөк Еңеү өсөн Совет халҡының ниндәй хаҡ түләүе сер итеп һаҡланды йәки ялған юҫыҡта күрһәтелде. Йәшерен мәғлүмәттәр, аҙағынаса асыҡланмаған хәл-шарттар тарихсыларҙың һәм тикшеренеүселәрҙең иғтибарын һәр саҡ йәлеп итә. Авторитар идара итеү йылдарында хатта билдәле ғалимдарға ла теге йәки был хәрби-тарихи ваҡиғалар буйынса үҙ фекереңде белдерергә партия цензураһы ҡамасаулай.
Бөгөн халыҡты архив материалдары менән таныштырып, республика журналистары Наил Шәйәхмәтов менән Борис Малородов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының милли хәрби берәмек булараҡ ойошторолоу һәм аяҡҡа баҫыу осорон, Тербуны ерендәге тәүге алыштарын тергеҙә алды.
Һөҙөмтәлә ошо авторҙар "Еңелеү белмәҫ легендар 112-се..." ("Несокрушимая и легендарная 112-я...") китабын яҙҙы. Ул Совет халҡының фашистик Германияны еңеүенең 70 йыллығына арнала. Әле нәшриәтселәрҙе һәм ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе таныштырыу өсөн ошо эштең ҡулъяҙмаһы баҫыла.
Китап башҡорт атлыларының Тербуны алышында ғына түгел (ул Сталинград һуғышы барышына ла ҙур йоғонто яһай), шулай уҡ Совет Армияһының башҡа ғәскәрҙәре менән берлектә дошманды Сталинград янында ҡамауға алыуҙа күрһәткән батырлыҡтарын ентекле һүрәтләй. Өҫтәүенә 8-се (7-се гвардия) кавалерия корпусының башҡа дивизиялары документтарында билдәләнгән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһындағы мәғлүмәттәр ҙә килтерелә.
Б. ЯКОВЛЕВ.
ҺҮРӘТТӘ: авторҙар китап менән.


Вернуться назад