Байрамға әүерелгән осрашыу19.01.2012
“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәре һәм танылған әҙиптәр менән осрашыу ауыл халҡы өсөн оло байрамға әүерелде.
Баш мөхәррир урынбаҫары Ришат Дихин төплө сығышы менән үҙенә арбаны. Яратҡан шағирыбыҙ Хәсән Назар менән күҙмә-күҙ осрашыуға ифрат шат булдыҡ. Уның телмәре, шиғырҙары йөрәктең иң нескә ҡылдарына үтеп инде. Гәзиттең үҙ хәбәрсеһе Сибәғәт Рахманғолов, үҙенсәлекле яҙыусы Мөҙәрис Багаевты ла йотлоғоп тыңланыҡ.
Бығаса ни эшләптер “Башҡортостан”-Йома” һанын ғына алдырҙым. Был осрашыу шул тиклем тәьҫир итте: ниңә әле төп баҫмабыҙҙы урыҡ-һурыҡ ҡына уҡырға, тигән уй менән иртәгәһенә үк почтаға барып, аҙнаға биш килә торғанына яҙылып ҡуйҙым.
Ауыл халҡы күңелендә был фәһемле осрашыу оҙаҡ һаҡланыр әле. Рәхмәт һеҙгә, егеттәр!
Рафаил ИШҺАРИН.
Стәрлебаш районы,
Түбәнге Аллағыуат ауылы.


Вернуться назад