Еңеүсе дәүләттең артта ҡалыу сәбәбе нимәлә?07.05.2014
Киләһе йылда Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға 70 йыл тула. Бер кеше ғүмеренә һыйышлы дәүерҙә алдынғы кешелек донъяһы бихисап уңышҡа өлгәшеп, Европаның көнбайышында, Азияның көнсығышында уңыш-ҡаҙаныштарына таң ҡалырлыҡ цивилизациялар ҡорҙо. Германия, Бөйөк Британия, Франция, Скандинавия илдәре; Япония, Көньяҡ Корея, Филиппиндар (үҙенә күрә бер цивилизация булған АҠШ-ты әйтеп торорға ла түгел) тәжрибәһе – шуның асыҡ дәлиле. Кешелек тарихында тиңдәше булмаған һуғыштан һуң ысын мәғәнәһендә аҡылына килгән йәмғиәттәрҙең уға яуабы шулай булды, тип тә баһаларға мөмкин.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Көнбайыш Европа илдәре, бер союзға берләшеп, уртаҡ баҙар, уртаҡ аҡса берәмеге булдырып һәм тыныслыҡ ҡәҙерен белеп, үҙ кәйефендә көн итеп ятҡанда, фашизмды тар-мар итеүгә иң ҙур өлөш индергән, иң күп ҡорбан биргән, тимәк, үҙе башҡаларға өлгө күрһәтергә бурыслы Советтар Союзы тарҡалды. Ул ғына түгел, Германияла енәйәт яуаплылығы аҫтында тыйылған нацизм тап Рәсәй Федерацияһында баш ҡалҡыта башланы.
“Ни өсөн?” тигән һорауға яуап эҙләгәндә, йәмәғәтселегебеҙгә Икенсе донъя һуғышынан һуң бар дәүләттәр өр-яңы сифатта ғүмер итергә тотонғанда, СССР киңлектәрендә бындай ынтылыштың төҫмөрләнмәүенә ҡамасаулаған сәбәптәр тураһында уйланырға кәрәктер. Улар бер нисәү, һәм барыһы ла тиерлек ниндәйҙер кимәлдә ирек-азатлыҡ төшөнсәһенә бәйле. Беренсенән, Советтар Союзы Икенсе донъя һуғышын, тыныслыҡ һөйгән илдәргә хас булмағанса, дәүләт сиктәрен киңәйтеп тамамланы. Иң мөһиме – был уның азатлыҡ өсөн көрәшен юҡҡа сығарған дәлил булараҡ та ҡабул ителә. СССР етәкселегенең 1956 йылда — Венгрияға, 1968-ҙә – Чехословакияға, 1978 йылда Афғанстанға ғәскәр индереүе лә халыҡ-ара хоҡуҡ нормаларына ҡаршы килгән күренеш ине. Быға өҫтәп, 80-се йылдар аҙағында Балтик буйы илдәрендә тыныс халыҡҡа ҡаршы ҡорал ҡулланыу ваҡиғаларын да атарға мөмкин.
Икенсенән, СССР-ҙа Көнбайыш илдәренә хас һәм уларҙың үҫешендә хәл иткес дәрәжәгә эйә сәйәси азатлыҡ урынлашманы, элеккесә бер сәйәси фирҡә — КПСС хакимлыҡ итте һәм, билдәле, аңлы граждандар йәмғиәте ойошоуға төп тотҡарлыҡ иҫәпләнде. Уның эҙемтәләре капиталистик ҡоролошта һаман тернәкләнеп китә алмаған йәмәғәтселек аңында бөгөн айырыуса көслө сағылыш таба.
Өсөнсөнән, быныһы, моғайын, иң мөһимелер, Советтар Союзында хеҙмәт ирекле булманы. Нисек кенә ғәжәп тойолмаһын, Рәсәйҙә эшҡыуарлыҡтың аяҡҡа баҫып китә алмауы ла хәл иткес дәрәжәлә хеҙмәт азатлығы, уны хоҡуҡи яҡлау традициялары һәм нормалары булмау менән аңлатыла. Атап үтелгән сәбәптәр бөгөн Рәсәй дәүләтенең башҡа илдәр рәтендә үҫешеүенә етди аяҡ сала. Үкенескә ҡаршы, уларҙы эҙмә-эҙлекле бөтөрөү буйынса хәстәрлек күрелмәй, хатта был турала баш ватыусылар ҙа юҡ.
Ғәжәп хәл, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүен 70-се тапҡыр байрам итергә йыйынған Рәсәйҙә, уға саҡлы СССР-ҙа, был ҡот осҡос һәләкәттән тейешле һабаҡ алыу, барлыҡ кешенең мул тормош көтөүенә ынтылыш хәстәрләнмәне. Шулай бул-маһа, 1948 йылда уҡ аҡса берәмегенең — маркаһының — донъя баҙарына, Европала сәнәғәт етештереүе буйынса икенсе урынға сығыуға өлгәшкән Германия Федератив Республикаһы урынында Советтар Союзы торор ине! Йәки бөгөн үҙенең электроника өлкәһендәге уңыштары менән донъяла киң танылған Япония урынында ни өсөн Рәсәй түгел? Дөрөҫ, Икенсе донъя һуғышы ҡубыуҙа төп ғәйеп төшкән был илдәрҙә хәҙер хәрби маҡсатта сығымдар күп тотонолмай.
Советтар Союзының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүе һуңғы дәрәжәлә көсөргәнеү, аҡтыҡҡы көстө һалып көрәшеү арҡаһында ғына мөмкин булыуын да иҫәптән сығарып ташларға ярамай. Был уңыш сирек быуат элек кенә булып уҙған Граждандар һуғышына тиңдәшле ваҡиға ине. Тарих шаһит: ул саҡта кешеләр барыһына ла түҙә, сөнки һуғыштан һуң яҡты, мул, азат тормош тыуасағына ышана һәм... алдана. Көнбайыш Германияла иҡтисадты күтәреү, тормошто яҡшыртыу өсөн бөтә мөмкин булған һәм әхлаҡ тарафынан тыйылмаған саралар күрелгәндә, элекке СССР-ҙа, киреһенсә, ҡаты тәртип, кеше хоҡуҡтары менән иҫәпләшмәү, колхоз режимы хөкөм һөрә. Боронғо философ теле менән әйткәндә, азат кеше генә юғары етештереүсәнле хеҙмәткә һәләтле. Советтар Союзында иһә үҙгәртеп ҡороу башланғансы “кеше хоҡуҡтары” буржуаз төшөнсә иҫәпләнде.
Әлбиттә, бер мәҡәлә сиктәрендә генә һуғыш һабаҡтарын тулыһынса анализлау мөмкин түгел. Әммә, һуңлап булһа ла, һығымталар яһарға кәрәк. Үкенескә ҡаршы, тиҫтәләрсә йыл уҙыуға ҡарамаҫтан, был мәсьәлә көн үҙәгенә ҡуйылмай ҙа. Еңеүгә иң ҙур өлөш индергән дәүләттең еңелеүсе исеме күтәргәндәрҙән артта ҡалыуы – ысынлап аҡылға һыймай торған күренеш. Ни өсөн?..


Вернуться назад