Еңеү көнө – иң ҙур байрам бит ул,
Дүрт күҙ менән зарығып көткән көн.
Күпме ҡайғы-юғалтыуҙар аша,
Илгә шатлыҡ алып килгән көн. (Р. Зарипов, “Еңеү көнө” шиғырынан).
Еңеү көнө бөгөнгөләй иҫтә. Бөтә халыҡ урамға сыҡты: ҡайһыһы шатлыҡтан илай, кемеһелер көлә, бейей, йырлай, ҡосаҡлашалар, бер-береһен ҡотлайҙар… Сөнки оло Еңеүҙе улар алып килде. Беҙ, бала-саға ла, ситтә ҡалманыҡ, таяҡтарға ҡыҙыл сепрәк тағып, урам буйлап йырлап үттек, уйнаныҡ, көлдөк.
Биш йылға яҡын барған һуғышта еңеүҙе һәр кем көттө, үҙенең булмышын ошо мәлде яҡынайтыуға бағышланы. Фронтта – һалдаттар, тылда – ҡарт-ҡоро, йәш-елкенсәк, хатта балалар ҙа бер тәртәгә егелде, уларҙың теләге нисек тә баҫҡынсыларҙы илдән ҡыуып сығарыу ине. Ниһайәт, был көн килде. Халыҡ үҙ яҡындарының ҡайтыуына өмөтләнде, бәғзеләренең үле хәбәре килһә лә, ышанманы...
Еңеү яҡты бер йондоҙ булып иҫтә ҡалған кеүек, һуғыш башланған көн дә һис иҫтән сыҡмай. Уны күргән һәр кемдең күңелендә ул бер ҡара таш кеүек ҡатып ҡалды.
Беҙҙең ауыл Күгәрсен районының Оло Эйек йылғаһы ярында урынлашып, 35-40 өйҙән генә тора ине. Әммә һәр аранан икешәр-дүртәр ир-егет фронтҡа оҙатыла башланы. Ҡайғынан ауыл тынып ҡалды. Ирҙәр, яҡындарына өгөт-нәсихәт әйтеп ҡалырға тырышып, үҙ ғаиләһе эргәһендә бөтөрөлә, бығаса эшләп еткермәгән йорт-ҡураһын нығыта… Берәү ҙә алда үҙҙәрен ни көткәнен белмәй, тик һуғыштың һәр кем, ил өсөн оло ҡырылыш, юғалтыуҙар килтерәсәген күҙаллай.
Һуғыш хәбәре ишетелеү менән ВКП(б)-ның Өлкә комитеты, БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Дәүләт оборона комитетына 112-113-сө башҡорт кавалерия дивизияларын булдырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә, шунда уҡ уларҙы һалдаттар менән һәм матди яҡтан тәьмин итеүҙе лә индерәләр. Әлбиттә, мөрәжәғәт ҡабул ителә, сөнки Рәсәй элек-электән, ауырлыҡ килгәндә, бөтә яуҙарҙа ла башҡорт егеттәренең хәйләһеҙ һуғышыуын белә.
Шулай итеп, 1941 йылдың 13 ноябрендә СССР Ҡораллы Көстәренең Баш командующийы айырым башҡорт һыбайлылар дивизияһын булдырыу тураһында ҡарар сығара. Ойоштороу урыны итеп Өфө ҡалаһының “Дим” станцияһы билдәләнә. 112-се дивизияның 90 проценты башҡорт егеттәренән тора. Декабрь айында атлылар дивизияһына командир итеп М.М Шайморатов тәғәйенләнә. Апрелгә тиклем ғәскәр һуғышҡа әҙерләнә, тулыландырыла. 1942 йылдың апрелендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы фронтҡа оҙатыла.
Беҙҙең ауыл ир-егеттәренең бөтәһе лә ошо дивизияға эләгә (һүрәттә – уларҙан бер төркөм). “Оҙаҡламай һуғышҡа ебәрәләр”, – тип кемдәндер хат килә. Был ҡыштың селләһе ине, ул көн бөгөнгөләй күҙ алдымда. Хәбәр килеү менән һалдаткалар ирҙәрен фронтҡа оҙатырға йыйына башланы. Бөтә ауыл геү килеп уларҙы юлға әҙерләне. Бер көн бәләкәй үксәле санаға аҙыҡ-түлек тейәп, “Дим” станцияһына йәйәү сығып киттеләр. Сананы береһе алдан һөйрәй, икенсеһе арттан этәреп, теҙелешеп баралар. Тотош ауыл оҙатып ҡалды. Бер ай йөрөп ҡайтты улар. Ирҙәре менән хушлаша барған ҡатындар араһынан бер Зөлхизә еңгә генә ире Һиҙиәт ағайҙы көтөп алды, тик ул да ярты кеше ине, оҙаҡ йәшәй алманы. “Дим” станцияһы улар өсөн һуңғы күрешеү, һуңғы серләшеү, һуңғы оҙатыу урыны булып аҙаҡҡы көндәренә тиклем күңелдәрендә һаҡланды.
Ысынлап та, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы республика һәм халыҡ иҫәбенә тәьмин ителде. Ауылдағы һәр өйҙә икмәк, картуф киптерҙеләр, ойоҡбашҡа йөн иләнеләр, өс бармаҡлы бейәләй, шарф бәйләргә өйрәнделәр. Бөтәһе лә халыҡ елкәһенә төштө. Колхоз барлыҡ игенде ҡырып-һепереп дәүләткә тапшырҙы, халыҡтың башаҡ йыйырға ла хаҡы юҡ ине. 1941–1942 йылдарҙа әле кешеләр бик бирешмәне, 1943 йылда инде аслыҡ алҡымдан алды, сөнки запас бөттө. Колхоздың барлы-юҡлы малы ҡырылды. Ас халыҡ хатта фермалағы үлгән һарыҡтарҙы, аттарҙы бешереп ашай башланы.
Яҙ ырҙын табағында, ер өҫтөндә ҡалған әҙ-мәҙ башаҡты йыйып ашап (көҙ йыйырға рөхсәт ителмәй ине), тағы бер бәлә – ауырыу килеп сыҡты. Кешенең ауыҙ-морононан ҡан килә лә үлә. Балалар бик күп ҡырылды. Был йонсоған халыҡтың башына тимер таяҡ менән һуҡҡан кеүек булды. Ярай әле ошо ауыр заманда Америка ярҙам ҡулы һуҙҙы: ауылдарҙа аш бешереү, икмәк таратыу ойошторолдо. Шул арҡала башҡалар иҫән ҡалды.
Ауыл ерендә халыҡ зар илай, әммә бөтә көсөн фронтҡа бағышлай, Еңеү көнөн көтә, уға ышана, ғәҙеллектең өҫкә сығырына өмөт итә.
Ә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаттары 1941 йылда биргән хәрби антына, Ватанға тоғролоҡ һаҡлап, һәр ерҙә еңеү яулай. Ҡурҡыу белмәгән башҡорт егеттәренә ҡыйыу командирҙар етәкселек итә шул: Таһир Кусимов, Сәғит Әлибаев, Гәрәй Нафиҡов, Сафа Хәсәнов һәм башҡа бик күптәр – уларҙы һанап бөтөрлөк түгел. Батырлыҡтары тураһында бер генә миҫал. 1943 йылдың февралендә дивизияға дошман тылына инеп, фашистарҙы юҡ итергә тигән бойороҡ килеп төшә. Был рейдтан сыҡҡанда генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов һәләк була. Башҡорт атлылары, командирҙарын юғалтҡас, “фашисты күберәк үлтерергә” тип ант итә.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Ағиҙел йылғаһынан алып Эльба ярҙарына тиклем аяуһыҙ һуғыш юлдарын үтә. Бер туҡтауһыҙ барған алыштарҙа атлылар үҙҙәренең антына тоғролоғон юғалтмай. Шуға ла дивизияның 78 һалдаты Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, исемдәре тарих биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙыла.