“Мине лә онотма, Тыуған ил!”07.05.2014
“Мине лә онотма, Тыуған ил!”
Күгәрсен районының Бесәнсе ауылынан сыҡҡан башҡорт халҡының данлы улы Шәһит Хоҙайбирҙин тураһында кем генә белмәй?! Башҡортостанда Совет власы урынлаштырыуға бәйле күп алыштар уның исеме менән бәйле. Әммә күренекле революционерҙың тыуған ерендә Советтар Союзы Геройы Фәттәх Ғәфүрйән улы Шәмғоловтың тыуып үҫеүен күптәр белмәйҙер әле.

1974 йылда Күгәрсен район хакимиәтенең мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй инем. Яҙ көнө мәктәп эше менән Ялсы ауылына барырға тура килде. Һүҙҙән һүҙ сығып, ошо ауылдан Советтар Союзы Геройы булғанын белдем. Исем-фамилияһы Фәттәх Шәмғолов икән. Батыр тураһында ауылдаштары ҙур ғорурлыҡ менән һөйләне. Әсенеп әйткән һүҙҙәр ҙә байтаҡ ине, ауылда уға һәйкәл дә ҡуйылмағайны. Хатта ауыл үҙәгендәге йәмәғәт биналарының береһенә таҡтаташ та урынлаштырылмағайны. Башланғыс мәктәптә лә батырҙың тормошона арналған ниндәй ҙә булһа стенд йәки мөйөш күрмәнем. Ә бит ул саҡта бөтә ерҙә лә Советтар Союзы Геройҙарының исемен мәңгеләштереп бөткәйнеләр тиерлек.
Бер юлы Фәттәх Шәмғоловтың әсәһен, туғандарын күреп китергә булдым. Хәлимә (батырҙың әсәһе) инәйҙәргә барып керҙем. Ул үҙенең кинйә улы һәм килене менән бергә йәшәй ине.
Иҫәнләшеп, үҙем менән таныштырғас, өйҙәгеләргә килеүемдең маҡсатын аңлаттым. Хәлимә инәй тигәнем өҫтөнә ябай ғына ситса күлдәк кейгән, кейем тышынан тарамыштары, ҡаҡ һөйәктәре беленеп торған 102 йәшлек ҡарсыҡ ине. Уның ире күптән үлгән. Әйткәндәй, ул Беренсе бөтә донъя һуғышында ҡатнашҡан. Хәлимә инәйҙең, ҡарт булыуына ҡарамаҫтан, хәтере ярайһы ғына дөрөҫ ине.
— Уйнап ҡына йөрөгән бала булып күҙ алдымда ҡалған, — тине әсә, ауыр көрһөнөп. — Бәләкәй сағында Иҙелдә һыу инеп ҡайта ла: “Әсәй, йылғаның иң киң урынынан йөҙөп сыҡтым”, — ти торғайны. Аҡыллы, ярҙамсыл ине балам. Сабыр, әммә тәүәккәл булды. Таш яуып торһа-торһон, эшләйем тигән эшен барыбер еренә еткерер ине. Эште яратты, тырышып уҡыны. Әрмегәсә Ҡалай ауылында уҡытыусы булып эшләне. Балаларым араһында иң зиһенлеһе шул булды. Әрәм иттеләр улымды һуғышта...
Әбей йәшкә мансылған күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөртөп ала ла тоноҡ ҡына тауыш менән тағы ла һөйләй башлай. Ә беҙ, өйҙәгеләр, уны тын да алмай тыңлайбыҙ.
— Һуғышҡа киткәндә бала ғына ине. Ә ике йылдан һуң: “Әсәй минең дә сәстәремә һинеке кеүек сал йүгерҙе. Бигерәк тә Заһретдин ағайымдың үлеменә ҡайғырам”, — тип яҙҙы. Йәш кенә көйө оло ҡайғыны башынан үткәреп, ниҙәр генә кисермәгән тиһең...
Хәлимә инәйҙең Фәттәхтән бер нисә йәшкә өлкәнерәк Заһретдин исемле улы ла Ленинградты һаҡлағанда батырҙарса һәләк булған.
— Бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта, — тип һүҙен дауам итте ҡарсыҡ. — Улдарымдың икеһе лә йәл. Шулар өсөн ғүмеремде ут йотоп үткәрҙем. Йөрәгем һәр ваҡыт һыҙлап тик торҙо. Улдарыма ғүмер бирмәне Хоҙай. Шуның өсөн үҙеңә бирәм, тигәндер инде. Йөҙ ҙә ике йәшкә етеп ултырам хәҙер. Миңә ул тиклем ғүмер нимәгә? Малайҙарыма бирһен ине ул...
Мин һүҙҙе Фәттәх яғына бороп ебәрергә тырышам. Ни тиһәң дә, Герой тураһында күберәк белгем килә.
— Һеҙҙе Фәттәх нығыраҡ ҡыҙыҡһындыралыр, — тине әбей ипле генә тауыш менән. — Малайымдың, үҙе ҡайтмаһа ла, ҙур даны ҡайтты. Әллә етәкселәргә улымдың даны оҡшап бөтмәне, ниңәлер Фәттәхте хәтерләргә тырышмайҙар. Хатта военкоматтың да беҙҙе иҫкә алғаны юҡ. Еңеү көнө менән ҡотлап, Геройҙың әсәһе тип, миңә бер открытка ла ебәрмәйҙәр. Улым әрмегә киткәндә өйләнмәгәйне. Әрменән тура һуғышҡа ебәрҙеләр. Китер алдынан: “Иҫән-һау хеҙмәтемде тултырып ҡайтһам, ҙур уҡыуға кереп уҡыйһым бар. Шунан һуң ғына өйләнермен”, — тигәйне. Һуғыш ҡамасауланы. Еңеү көнөнә тиклем: “Мин – Фәттәхтең ҡатыны”, — тип килеп, үҙе менән таныштырыусы булманы. 1946 йылда улыма Герой исеме бирелеү тураһында Хөкүмәттең Указы сыҡҡайны, уның тол ҡатыны булырға теләүселәр барлыҡҡа килде. Беҙҙең яҡ кешеләре түгел, Украина, Рәсәй мәрйәләре ине. Шуларҙың береһе, эште судҡа биреп, ЗАГС-һыҙ улымдың тол ҡатыны булды ла китте. Хәҙер Фәттәхтең Герой аҡсаһын ашап ята. Ә шул аҡсанан миңә бер тин дә бирмәйҙәр. Батырҙы ҡарап үҫтергән, ысын кеше итеп тәрбиәләгән әсәй хөкүмәткә кәрәкмәй булып сыға инде, күрәһең. 20 һумлыҡ колхоз пенсияһын ғына алам. Ярай әле, кинйә улым менән киленем һәйбәт, шулар ҡарай. Тик уларға ла ауыр. Колхозда йүнле аҡса юҡ...
Өйҙәгеләр миңә Фәттәх Шәмғоловтың фронтта төшкән фотоларын (дөрөҫ, улар күп түгел) күрһәтте. Батырҙың әсәһенә өс мөйөшлө хаттар эсенә һалып ебәргән, ваҡыт үтеү менән һарғайған ус аяһындай ғына дивизия, армия, фронт гәзиттәрен уҡып, танышып сыҡтым. Ҡайһы берәүҙәренең ситтәре, урталары ҡарайып көйгәйне. Күрәһең, Фәттәх менән бергә күп тапҡыр ут эсендә булғандыр. Гәзиттәр көйгән, ә уларҙың хужаһы нисек иҫән ҡала алды икән?! Гел генә шулай ут эсенән иҫән сыҡһа икән батырҙар! Юҡ шул, һуғыштың хөкөмө аяуһыҙ. Ҡаты һуғыштарҙың береһендә Фәттәх һәләк була.
...1940 йыл. Фәттәх Шәмғоловты армия сафына алалар. Уға үҙенең яратҡан китаптары, Ҡалай мәктәбендә уҡытҡан балалар менән дә айырылышыуы ауыр була. Уны Свердлов ҡалаһына уҡыу подразделениеһына ебәрәләр. Егет сапер-пехота училищеһын “отлично”ға тамамлай. Шунан лейтенант Шәмғоловты курсант иптәштәре менән бергә Брянск фронтына ебәрәләр.
Фәттәх Ғәфүрйән улы һуғыштың тәүге көндәренән үк командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәй һәм батырлыҡ күрһәтә. Ул беренсе тапҡыр яуҙа взводҡа етәкселек иткәндә ҡатнаша. Уға хәрби операция үткәрергә бойороҡ бирелә. Дошмандың терәк пункты көслө нығытылған. Үтеү юлдары ҡурғаш һәм ҡорос ямғыры менән бүленгән. Шәмғоловтың һуғышсылары штурмға йүнәлә. Бына дошманға яҡынлашалар. Гитлерсылар үҙҙәрендә булған бөтә төр ҡоралдан ут аса. Беҙҙең яугирҙәр ергә һыйынып ята. Фәттәх килеп тыуған хәлде бик тиҙ баһалай. Бер урында ятыу үлемгә тиң. Сигенеү тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Берҙән-бер юл: һуғышсыларҙы шәхси өлгө менән дошманға ҡаршы һөжүмгә алып барырға.
— Взвод, Тыуған ил өсөн алға!
Уның көслө тауышы набат һымаҡ яңғырай. Һалдаттар Шәмғоловтың нисек итеп һикереп тороп атакаға ынтылыуын күрә. Һәм шул саҡта Совет һуғышсыларының ябырылып килеүе немецтарҙың ҡаршылығын емерә, терәк пункты яулап алына.
Гитлерсылар мөһим плацдармды юғалтыу менән килешә алмай. Улар, был участкала өҫтәмә көс алып, Шәмғолов етәкселек иткән взводты юҡ итергә тырыша, бер көндө алты тапҡыр контратакаға күтәрелә. Был алышта күрһәткән батырлығы өсөн Фәттәх Шәмғолов Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
Ошо алыштан һуң уға ротаға етәкселек итеүҙе ышанып тапшыралар. Фәттәх Ғәфүрйән улы, командир булараҡ, гитлерсыларға ҡаршы көрәштә яңы тактик алымдар эҙләй. Дошманды һалдаттарҙың һаны менән түгел, ә аҡыл һәм батырлыҡҡа таянып туҡмай. Дәһшәтле һуғыштарҙа уның командирлыҡ таланты үҫә, нығый. Йәй уның ротаһы һалдаттары дошмандың күп һанлы йәнле көсөн һәм техникаһын юҡ итә, йөҙәрләгән немец һалдатын әсирлеккә ала. 1943 йылдың ғинуарында Фәттәх Шәмғолов Тыуған илебеҙҙең икенсе наградаһы — Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
Фәттәх ағаһы Заһретдиндең үлеме тураһында хәбәр ала. Был минуттарҙа ҡайғылы Шәмғоловты күргән кеше уның ғәфү итмәйәсәген, дошмандан өсләтә үс аласағын аңлай.
...Тағы ла һуғыш. Шәмғолов тәүге алышта пулеметтан 53 немецты юҡ итә, уның подразделениеһы бер-бер артлы урыҫ ауылдарын азат итә. Был ҡаһарманлыҡ өсөн башҡорт батырына өсөнсө награда — икенсе Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшырыла. Көслө алыштарҙың береһендә Фәттәх ауыр яралана. Әммә ул, быға ҡарамаҫтан, ауыл өҫтөндә Еңеү байрағы елберләгәнгә тиклем подразделение менән етәкселек итеүен дауам итә. Шул саҡта ғына Фәттәх аңын юғалтып, ергә ауа.
Ошо ауыр йылдар эсендә Шәмғолов биш тапҡыр яралана һәм бер тапҡыр ауыр контузия ала. Дәһшәтле һуғыштарҙа ҡаҡшаған һаулығын төҙәтеү өсөн тылда ҡалырға мөмкинлек булһа ла, ул хәрәкәт итеүсе армияға, иң алғы һыҙыҡҡа ебәреүҙәрен һорай. Шәмғолов 1943 йылдың 30 ғинуарында Орел өлкәһенең Должанск районы Дубровка ауылын азат иткәндә флангынан һөжүм итеүсе немец һалдаттарына пулеметтан ут аса. Беҙҙең ғәскәрҙәргә алға хәрәкәт итер өсөн мөмкинлек тыуа. Ныҡышмалы көрәш һөҙөмтәһендә уның ротаһы 70 немец һалдатын һәләк итеп, 22-һен әсирлеккә ала.
Ҡаһарман, инициативалы офицер Фәттәхте батальон командиры урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 1943 йылдың июлендә Курск өлкәһе Троснянск районының Тросны ауылын азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Немецтар резервтарынан өҫтәмә көс алып, психик контрһөжүмгә күтәрелә. Шуларҙың береһендә батальон командиры һәләк була. Роталарға үлем ҡурҡынысы янай. Шәмғолов ашығыс рәүештә батальонға командалыҡ итеүҙе үҙ ҡулына ала һәм, көстәрҙе туплап, яуҙаштарын штыклы атакаға алып китә. Ҡул алышы башлана. Һалдаттар үҙ командиры үрнәгендә штыктар, бысаҡтар һәм прикладтар менән оҫта эш итә. Шәмғолов батальоны менән үҙенең участкаһын һаҡлап ҡала ғына түгел, немец ғәскәрҙәрен сигенергә лә мәжбүр итә.
1943 йылдың 26 июлендә Ф. Шәмғоловтың батальоны Тросны һәм Чернодье ауылдарын азат иткәндә 400 немец һалдатын һәм офицерын юҡ итә. Фәттәх Ғәфүрйән улының күкрәгендә Александр Невский ордены балҡый.
Немецтар Подольщина ерендә урынлашҡан “Эрнст Тельман” совхозы районында оборонаға бик ентекле һәм оҙаҡ әҙерләнә. Ҙур һынау үткән Шәмғолов батальонына был участкала һуғыш алып барырға бойороҡ бирелеп, немецтар тарафынан көслө нығытылған урындарҙы азат итеү бурысы ҡуйыла. Гитлерсылар Фәттәхтең подразделениеһына ҡаршы танктар һәм үҙйөрөшлө техника ташлай, алдынғы позицияларын немец самолеттары туҡтауһыҙ бомбаға тота. Яҡташыбыҙ дошман танктарына ҡаршы аяуһыҙ һуғыша. Немец оборонаһының алғы һыҙығын өҙөү буйынса 1944 йылдың 11 мартында барған был һуғышта майор Шәмғолов командалыҡ иткән батальон 12 танкты, ике станоклы һәм дүрт ҡул пулеметын, 105 миллиметрлы орудиены юҡ итә, дошман траншеяларына күскән ҡул һуғышында 20-нән ашыу һалдат һәм офицерҙы ҡырып ташлай. Шәмғолов батальоны, бер туҡтауһыҙ алышып, көнбайышҡа юл тота.
Башҡорт халҡының ҡаһарман улы тураһында дан бөтә фронтҡа тарала. Ул күрһәткән батырлыҡтары һәм Польша ауылдарын, ҡалаларын азат иткәндә хәрби операцияларҙы таң ҡалырлыҡ оҫта үткәргәне өсөн бишенсе награда — III дәрәжә Кутузов ордены менән бүләкләнә.
...Йәмле Ағиҙел үҙәне, мөһабәт Көнгәк тауы буйы, тыуған Ялсы ауылы, Фәттәх өсөн иң ҡәҙерле булған әсәһе Хәлимә инәй үҙенең батыр улын көтөп ала алмай... Фәттәх Ғәфүрйән улы Бөйөк Еңеүгә өс аҙна ҡалғас, 1945 йылдың 18 апрелендә немец илбаҫарҙарына ҡаршы дәһшәтле алышта батырҙарса һәләк була. Ул Польшаның Пшено ҡалаһында ерләнгән.
СССР Юғары Советының 1946 йылдың 15 мартындағы Указы менән Фәттәх Ғәфүрйән улы Шәмғоловҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Һәләк булғанда уға 24 йәш тә тулмаған була. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә лә яҡташыбыҙ ҡылырға өлгөргән батырлыҡтарҙы бер ниндәй үлсәү менән дә баһалап бөтөрлөк түгел.


Вернуться назад