Инйәр ярҙарына ҡайта07.05.2014
Архангел районының Тәүәкәс ауылы эргәһендә Инйәр йылғаһы ташыуы тураһында үткән һанда хәбәр иткәйнек. Йылға төнгө сәғәт 12-лә ярҙарынан сыҡҡан. Бәхеткә, һәләк булыусылар юҡ. Әле төбәктә ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан ителгән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, йылға ярҙарына ҡайта башлаған.

— Ауыл халҡы һыу баҫыуға әҙер ине. Йылға буйында йәшәгәс, алдан хәстәрлек күрәбеҙ. Боҙ шартлатҡанда уҡ өй беренсә йөрөп сыҡтыҡ, халыҡты иҫкәрттек. Кешеләр сиратлап дежурҙа торҙо. Йыл һайын ауылға һыу инә. Инйәр йылғаһына Ҡурғаш, Рәүәт һәм Баҫыу тау йылғалары ҡушылғанға, ошондай хәл килеп сыҡты ла инде.
Һыу ауылға юлды өҙҙө. Күперҙе ағыҙып алып китте. Ваҡытлыса булһа ла күпер эшләү менән мәшғүлбеҙ. Өс машина ҡырсын алып килеп, юлды төҙөкләндерә башланыҡ. Тирә-яҡ кипкәс тә яңы күпер һалынасаҡ, — тине ауыл хакимиәте башлығы Фуат Аҫылғужин.




Вернуться назад