Иғтибар: “Юлдаш” һөйләй!07.05.2014
Иғтибар: “Юлдаш” һөйләй!
Кем беҙгә беренселәрҙән булып көн торошо хаҡында хәбәр итә? Кем иң тәү булып тормошобоҙҙағы өр-яңы ваҡиғалар менән таныштыра? Ә кем күңелдәрҙе иләҫләндереп йырлы-моңло күстәнәстәрен еткерә? Әлбиттә, радио. Был өлкәлә эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәр бөгөн үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан күптән инде республикабыҙ халҡының тоғро дуҫына, терәк-кәңәшсеһенә әйләнгән “Юлдаш” мәғлүмәт һәм йыр-моң каналының ижади коллективы менән осраштыҡ.

Иң тәүҙә журналистар үҙҙәренең оло шатлығы менән уртаҡлашты. “Юлдаш” каналы радиотапшырыуҙар өлкәһендәге иң абруйлы Бөтә Рәсәй бәйгеләренең береһе – “RADIO STATION AWARDS 2014”-тә ҡатнашып, “Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиостанцияһы” номинацияһында беренсе урынға сыҡты. Тауыш биреү башланғас та, барлыҡ республика халҡы дәррәү күтәрелде, бәйгегә Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә әүҙем ҡушылды. Һөҙөмтәлә бөтәһе 48510 тауыш йыйып, “Юлдаш” халыҡ радиоһы икәнлеген иҫбатланы.
Ниндәй генә матбуғат сараһы булмаһын, ул, тәү сиратта, үҙенең тыңлаусыһына, тамашасыһына, уҡыусыһына хеҙмәт итергә тейеш. “Юлдаш” радиоһы ла ошо маҡсатына тоғро ҡала. Был хаҡта баш мөхәррир Тәнзилә Үлмәҫбаева һөйләне:
– Бөгөн беҙ конкурентлыҡ ҙур булған шарттарҙа йәшәйбеҙ, шуға күрә бындай ҡоролоштоң барлыҡ ҡанундарын аңлап, иҫәпкә алып хеҙмәт итергә бурыслыбыҙ. Тыңлаусыларыбыҙ менән әүҙем бәйләнеш бар. Улар үҙ фекер-тәҡдимдәрен еткерергә тартынмай. Бының өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ, сөнки бындай хеҙмәттәшлек хаталарыбыҙҙы күреп төҙәтергә, эшебеҙҙе тағы ла камиллаштырырға ярҙам итә.


Вернуться назад