9 Май байрамы менән!07.05.2014
Ҡәҙерле дуҫтар, совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүенең 69 йыллығы айҡанлы йөрәктән сыҡҡан ихлас ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ! 9 Май – ысын мәғәнәһендә бөтә халыҡ байрамы. Ул тарихыбыҙға ғорурлыҡ тойғоһо уята, бөтә милләт һәм дин вәкилдәрен берләштерә. Был көндә беҙ дошман рейхстагының ҡолауы өсөн бөтә көсөн һалғандарҙы иҫкә алабыҙ, уларға рәхмәт әйтәбеҙ.
Һуғыш миллиондарса кешенең ғүмерен өҙҙө, ул әллә күпме юғалтыу, күҙ йәше һәм һыҙланыу хаҡы менән түләнде. Әммә Совет халҡы, тиңдәшһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, дошманға ҡаршы ныҡлы тора алды.
Бөйөк Еңеү хаҡына беҙҙең дә яҡташтарыбыҙ, Башҡортостандың 700 меңдән ашыу ҡыҙы менән улы, фронтта һуғышты, уларҙың яртыһы тиерлек Ватанын һаҡлағанда һәләк булды. 278-е – Советтар Союзы Геройы, 45-е Дан орденының тулы кавалеры тип танылды. Легендар осоусы Муса Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды.
Һуғыш йылдарында республика илдең иң мөһим тыл базаларының береһенә әүерелде. Тылдың 450 мең батыры «1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Бөгөн дә, йәшкә һәм иҫке яраларға ҡарамай, һуғыш ветерандары йәмғиәткә файҙа килтерергә, йәштәргә бай белемен һәм тәжрибәһен еткерергә тырыша.
Хөрмәтле ветерандар, ҡаһарманлығығыҙ әлеге быуынға киләсәк Башҡортостан һәм Рәсәйгә хеҙмәт итеүҙә илһам сығанағына әүерелһен. Республика етәкселеге мөмкинлек табып, иҫән ҡалған яугирҙәрҙең, тыл хеҙмәтсәндәренең һәм һалдаттарҙың тол ҡатындарының тормошон еңеләйтеү өсөн барыһын да эшләр, тип ышанабыҙ.
Хөрмәтле һуғыш ветерандары, дан һеҙгә! Ныҡлы сәләмәтлек, яҡты өмөттәр, бәхет, именлек һәм Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын лайыҡлы ҡаршылауығыҙҙы теләйбеҙ!
Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының Башҡортостан республика советы.


Вернуться назад