Йөҙйәшәр яугир07.05.2014
Йөҙйәшәр яугир
Бөйөк Ватан һуғышының фажиғәле шаңдауы йылдан-йыл йырағая бара. Был шанлы йылдарҙы үҙ күҙҙәре менән күреүселәр, ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнаусылар арабыҙҙан китһә лә, Еңеү яҙы алып килгән ветерандарҙың имәндәй ныҡтары ла бар. Шуларҙың береһе – Өфө районының Әсән ауылында йәшәгән Хәмзә Усман улы Шәрәфетдинов.

Йөҙ йәшлек ветеран беҙҙе ҡапҡа алдында ҡаршы алды. Әйҙүкләй-әйҙүкләй өйгә алып инде лә ейәнсәренә сәй ҡуйырға ҡушты. Үҙе күн папканан документтарын сығарып өҫтәлгә йәйҙе. Тәүҙә хәрби билет менән таныштыҡ. Унда “рядовой”, “стрелок”, “окончил 4 класса”, “не партийный” тигән яҙыуҙарҙы уҡыйбыҙ.
– Атайым ғүмер буйы дин юлында булды. Шуға мине уҡымаған тип әйтеп булмай. Дини белем алдым. Репрессия башланғанға тиклем атайым үлеп ҡалды, юғиһә ҡанлы өйөрмә уны ла алып китер ине, — ти ветеран.
Хәмзә Усман улы хәрби хеҙмәткә 1940 йылда алына. Баку ҡалаһында хеҙмәт итә. 239-сы артиллерия полкы составында тәүге яуға инә.
– Һуғыш башланырын алдан белдек. Разведка хәбәр итеп торҙо. Ул төндә мин ҡарауылда инем. Телефон — ҡул аҫтымда. Дошмандың илебеҙгә һөжүм итеүе тураһында беренселәрҙән булып хәбәр иттем, — тип хәтерләй ул мәлде ветеран.
Һуңынан Хәмзә Шәрәфетдинов хеҙмәт иткән полкты Каспий, Ҡара диңгеҙ буйҙарын дошмандан һаҡларға ебәрәләр. Керчь ярымутрауында һуғышалар. 1942 йылдың марты яугирҙең хәтерендә иң ҡурҡыныс мәл булып уйылып ҡалған. Дивизия ҡамауҙа ҡала. Әсиргә эләгеү уның тормошондағы иң ауыр һынау булғанғалыр, был хаҡта ветеран һөйләргә яратмай....
1945 йылдың яҙы ветеран өсөн иң бәхетле көндәрҙең береһе була. 7 майҙа Чехословакияла урынлашҡан лагерҙарҙың береһенән әсирҙәрҙе Америка ғәскәрҙәре ҡотҡара. Еңеү көнөндә Хәмзә Усман улы ашханала байрам табыны әҙерләшергә ярҙам итә.
— Чех ҡатындары ит алып килде. Беҙ унан күп итеп билмән эшләнек. Шунда беренсе тапҡыр туйғансы ашаныҡ. Фронтовой йөҙ грамм да бирҙеләр, – ти ул.
Һуғыштан Хәмзә Шәрәфетдинов 1945 йылдың декабрендә ҡайта. Ғүмер буйы Кушнаренко районының “Маяҡ” колхозында эшләй. Советтар Союзының атҡаҙанған колхозсыһы исемен ала. Хәмзә Усман улы оҙаҡ йылдар умарта тотҡан. Күстәрен бөтөргәнгә биш йыл самаһы ғына. Ғүмер буйы дин юлында булған. Ауылдың иң матур урынында, тау башында ул төҙөткән мәсет тора. Үҙе шунда имам-хатип булған. Бәлки, уның йөҙйәшәрлек сере ошондалыр?
Ҡатыны Ғилминиса менән ете балаға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ветерандың тоғро тормош юлдашы былтыр яҡты донъянан киткән. Уларҙың 17 ейәне һәм 24 бүләһе бар. Әле ул яҡындарының ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп йәшәй.
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, Жуков, “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән ветеран тормошҡа зарланмай. Балаларына, ейәндәренә артыҡ ауырлыҡ төшөрмәҫкә тырыша. Шулай ҙа яҡындары уның өсөн хафалана. “Әле ҡышҡыһын көс-хәл менән йә беребеҙҙә, йә икенсебеҙҙә йәшәргә күндерҙек. Ҡар ирей башлау менән ауылға ҡайтам тип бер булды. Тыуған йортобоҙ ҙур, өйөбөҙ һәйбәт булһа ла, атайыма хәҙер йөрөүе ауыр. Мунсаға барыуы бәлә. Ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итһәк тә, торлаҡ шарттары яҡшы тип кире боралар. Үҙ көсөбөҙ менән өйҙә ремонт эшләнек тә ул, ҡәҙерлебеҙҙең уңайлыраҡ шарттарҙа йәшәүен теләйбеҙ”, — тип һөйләне Фәнзилә Хәмзә ҡыҙы.
Ветеран беҙҙе оҙатҡанда исем-шәрифебеҙҙе яҙып алды. “Һеҙҙең өсөн дә доға ҡылып торормон”, – тип изге теләктәрен әйтеп ҡалды.


Вернуться назад