Маҡтау менән мауығабыҙмы?19.01.2012
Башҡортостанда матбуғат баҫмалары мәҙәниәт һәм сәнғәт темаһын даими яҡтырта. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был тәңгәлдә һөйләшәһе һүҙҙәр бик күп. “Тамаша”– мәҙәниәтте һәм сәнғәтте яҡтыртҡан берҙән-бер журнал. Күптән түгел журналистар “Тамаша” журналы редакцияһына оло һөйләшеүгә – “түңәрәк өҫтәл”гә йыйылды.
– Матбуғаттың йөҙө ыңғай яҡҡа үҙгәрә башланы, – тине “Тамаша” журналының баш мөхәррире Фәнил Ҡоҙаҡаев. – Уҡыусыларҙың яңы проекттары, ижади уйҙары сағылдырыла. Әммә мәҙәниәтте яҡтыртыуҙа барыбер бер урында тапанабыҙ кеүек. Анализ, тәнҡит юҡ. Күберәк маҡтау менән мауығабыҙ. Бөгөн ваҡытлы матбуғатта республикабыҙҙың мәҙәни тормошо ни өсөн тейешенсә яҡтыртылмай.
Бындай осрашыуҙар редакциябыҙҙың йолаһына әйләнеп бара. Әлеге һөйләшеүҙә республикабыҙҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы рәйесе Әхтәм Абушахманов, билдәле драматург Наил Ғәйетбаев, яҙыусы, радиожурналист Фәрзәнә Аҡбулатова, музыка һәм сәнғәт белгесе Миләүшә Иҙрисова, тележурналист, “Башҡортостан” дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһы ҡарамағындағы мәктәп-студия директоры Шәүрә Ғилманова, телережиссер Луиза Коряковцева, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе Рәмилә Йәһүҙина ҡыҙыҡлы тәҡдимдәрен әйтте.
Ваҡытлы матбуғат мәҙәниәт һәм сәнғәтебеҙҙең бөгөнгөһөн сағылдырырға бурыслы. Шулай ҙа сәнғәтте тотоп торған таяуҙар – ҡасандыр уның инешендә торған, был тәңгәлдә арымай-талмай хеҙмәт итеп, милли сәнғәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе лә оноторға ярамай. Йәш быуын өсөн тарихи, архив мәғлүмәттәре бик фәһемле буласаҡ.
Юғары даирә етәкселәренең сәнғәттең үҫешенә күп ваҡыт битарафлыҡ күрһәтеүе, ә профессионалдар сәнғәт аша власть вәкилдәренең ысын йөҙөн асыуы ихтимал тигән фекер ишеттек.
Уҡыу йорттары йыл һайын театр һәм сәнғәт белгестәре әҙерләп сығара, әммә матбуғатта әүҙем сығыш яһаусылар юҡ. Уларҙы уҡыу осоронда уҡ журналистикаға ылыҡтырғанда матбуғат өсөн дә әҙер кадрҙар булыр ине. Сөнки, һөйләшеүҙә телгә алғандарынса, тап ошо белгестәрҙең күбеһе эшһеҙҙәр исемлеген арттыра.
Күп мәҡәләләрҙә тәнҡит, аналитика аҡһай. Ни өсөн мәҙәни тормошто яҡтыртыу бары тик үткән кисәләр тураһында маҡтауға ҡоролған мәғлүмәт йә репортаж менән генә сикләнергә тейеш? Ни өсөн Өфө ҡалаһында башҡорт телендәге ҡыҙыҡлы осрашыу һәм юбилей кисәләре бер көндә, бер сәғәттә уҙғарыла? Ә мәҙәни сараларға, ғәҙәттә, бер үк тамашасылар килеүсән. Ике-өс урында бер юлы тамаша ҡарай алыу мөмкинме? Бына шунан тыуа ла инде ярым буш залдар. Ә шуны күҙәтеп, анализлап яҙыусы журналистар ҡайҙа?
Элек “Тамаша” журналы күберәк театр тормошона бағышлана торғайны, хәҙер уның тематикаһы киңәйҙе: халыҡ таланттары, кино-телевидение, радио, китапханалар, музей, архив эшмәкәрлеге, ҡул эштәре оҫталары – улар ҙа беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙең бер өлөшө бит.
Китапханаларға килгәндә, китап уҡымаған халыҡтың киләсәге юҡ. Тимәк, гәзит-журналдарҙа китапханаларҙың эше, уларҙы заманса йыһазландырыу алымдары, китапханасыларҙың тормош-көнкүреш шарттарын яҡшыртыу темалары киләсәктә киңерәк яҡтыртылһын ине…
Лилиә ҠӘЙЕПОВА,
“Тамаша” журналының бүлек мөхәррире.


Вернуться назад