Баш ҡалабыҙ “Үлемһеҙ полк” дөйөм Рәсәй акцияһына ҡушылды. Был көндә фронтовик туғандарының яҡты иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлаған кешеләр Ленин исемендәге майҙанға йыйылды.
Акцияла ҡатнашыр өсөн ветерандың фотоһы сағылған, исем-шәрифе, хәрби дәрәжәһе яҙылған транспаранттар әҙерләнде. Ойоштороусылар билдәләүенсә, сараға өс меңдән ашыу кеше ҡушылды.