Сабир ЙЫҺАНШИН, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, БАССР-ҙың 1971 – 1985 йылдарҙағы мәғариф министры: — Фронтҡа мине 1943 йылда алдылар. Благовещенда пулеметсылар училищеһын тамамланым. 15-се гвардия уҡсылар дивизияһында хеҙмәт иттем. Украинаны дошмандан азат итеүҙә ҡатнаштым. Ул ҡан ҡойошта күпме кешенең ғүмере өҙөлдө! Һуғыштан һуң бер нисә тапҡыр Ҡырымда булдым. Һуғыш мәхшәрен ҡабаттан күҙ алдынан үткәреп, тыныс урамдарҙан йөрөнөм.
Шуға ла Украиналағы бөгөнгө хәлдәргә битараф түгелмен. Ҙур ҡыйынлыҡ менән яулап алынған тыныслыҡ ҡаҡшамаһын ине. Элекке Советтар Союзы биләмәһенә ингән ерҙәргә Америка, Европа күптән ҡыҙыға. Бындағы тәбиғи байлыҡ уларҙың нәфсеһен ҡайната, шуны ҡулға төшөрөргә булып ҡотороп-ҡоторалар. Иң мөһиме – һуғыш тоҡанып китмәһен ине...